Баймаҡ районы ауылдарында күп фатирлы ҡатлы йорттар автономлы газ менән йылытыуға күсерелә

Баймаҡ районы ауылдарында күп фатирлы ҡатлы йорттар  автономлы газ менән йылытыуға күсерелә 16.10.2017

Шәхси йылытыу системаһы артыҡ сығымдарҙан арындыра. Аҡморон ауылының ҡатлы йорттарында ла газ үткәреү эштәре башланды.

Ҡасандыр Совет йылдарында төҙөлгән ошондай йорттар торлаҡ-комуналь хужалығы өсөн ярайһы проблемалар тыуҙыра. Таяҡтың иң ауыры ваҡытында түләнмәгән торлаҡ бурысына ҡайтып ҡала. Әммә был мәшәҡәттәрҙе хәҙер һәр фатир хужаһы үҙе көйләй аласаҡ.

Аҡморон ауылында барлығы ике ҡатлы 5 йорт иҫәпләнә. Уларҙың ике йорто, йәғни 32 йорт хужаһы шәхси газ ҡаҙанлығын  әле үк ҡулланып ҡыуана. Автономлы йылтыу селтәре һәр саҡ йылы фатир, газ плитәһендә тәмле аш һыу әҙерләү мөмкинселеген бирә.
Тиҙҙән автономлы  йылытыу селтәре Аҡморон ауылының күп фатирлы йорттарында йәшәүселәрҙең барыһында һөйөндөрәсәк. 10 процентын халыҡ үҙ кеҫәһенән түләһә, ҡалғаны иһә республика һәм район бюджетынан бүленә.

Быға тиклем йорттар үҙәк йылылыҡ селтәренә тоташтырылған булған. Ҡыш миҙгеленә тиклем иһә һәр фатир ике контурлы автономлы газ ҡаҙанлығы менән йыһазландырыласаҡ. Йорт хужалары крандағы һыуҙың, йылытыу торбаларының температураһын үҙе контролдә тота ала. Ә иң мөһиме артыҡ түләүҙәр булмауы уңайлы.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку