«Башнефть» предприятиеһы йәй аҙағында яңы таҙартыу ҡоролмаларын сафҡа индерәсәк 23.05.2017

Был турала бөгөн Республика башлығы Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй нефть, газ, химия форумында белдерҙе. Заманса технологиялар төбәктәге экологик хәлде күпкә яҡшыртасаҡ, тине Рөстәм Хәмитов. Илдең төрлө төбәктәренән  ҡеүәтле предприятиелар етәкселәре,  ғалимдар ҡатнашлығында үткән сарала шулай уҡ углеводород сеймалы эшкәртеү,  нефть газ химия кластерҙарын үҫтереү өсөн сеймал базаһы проблемаһын хәл итеү һәм башҡа проблемалар хаҡында һүҙ барҙы.

Майҙан  ҙур бер йылытыу-энергетика комплексын хәтерләтә, бында тармаҡтағы ҡаҙаныштар, заманса технологиялар менән танышырға мөмкин. Форумда Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән  билдәле предприятиелар ҡатнаша.  Сараның 25-се тапҡыр уҙғарылыуы иһә  ошо тармаҡты үҫтереүҙәге  әһәмиәте, абруйы хаҡында һөйләй. Быйыл форум Башҡортостанда  тәүге нефть фонтаны урғылыуға 85 йыл тулған тарихи  мәлдә үтә, тине Рөстәм  Хәмитов.  Бөгөн Республиканың нефть сәнәғәте Рәсәй йылытыу-энергетика комплексының ныҡлы терәге булып тора.  
Бөгөн импортты алмаштырыу эше уңышлы бара, әммә был тәңгәлдә сит ил технологияларынан өлөшләтә ҡотолоу, йәғни агрегаттар,  алмаш өлөштәр эшләү хаҡында ғына һүҙ барырға тейеш түгел. Сеймалды табыу, эшкәртеү технологияларынан  башлап әҙер продукция сығарыуға тиклем  тулы линияны үҙебеҙҙә уйлап табыу, сығарыу мотлаҡ.
Форумда билдәләнеүенсә,  кластерҙар  етешмәй. Ә улар тармаҡты үҫтереү йәһәтенән бик кәрәк. Берлектә эшләү, проблемаларҙы уртаҡ хәл итеү мөмкинлеге бирә. Шулай уҡ эш  ысулдарын, йәғни технологияларҙы үҙебеҙҙә уйлап табыу мотлаҡ. Бының өсөн фән менән бәйләнеште нығыту мотлаҡ.
Форум сиктәрендә проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү, хәл итеү өсөн түңәрәк өҫтәлдәр, осрашыуҙар ҡаралған. Әле беҙ республикала нефть компаниялары ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек ҡоролмалар, агрегаттар исемлеген барлайбыҙ.  Машиналар эшләү компанияларының "Роснефть" менән бәйләнеше нығый. Был беҙҙең предприятиеларға эш күләме һәм яуаплылыҡ өҫтәй, тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостандың Рәсәй йылытыу-энергетика  комплексына индергән өлөшө ҙур түгел, ни бары өс процент, әммә беренсел эшкәртеүҙә 9,  автомобиль  бензины сығарыуҙа 12, дизель яғыулығы  етештереүҙә 14 процент. Был инде ил кимәлендә лә ҙур күрһәткес.
Форумда Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Башҡортостанда нефть һәм нефть химияһын үҫтереүгә етди иғтибар бирелә. Республикала ғәмәлгә ашырылған өҫтөнлөклө инвестиция проекттарының 16-һы тап ошо өлкәгә тура килә, йүнәлтелгән аҡса күләме 200 миллиард һум тирәһе. Тармаҡ предприятиелары үҙ сиратында социаль сәйәсәтте уңышлы алып бара, мәғариф, мәҙәниәт, спорт объекттарын төҙөүҙә, хәйриә эшмәкәрлегендә ҡатнаша.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика