«Башкиравтодор» Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөүҙә ҡатнашыу ихтималлығы хаҡында белдерҙе

«Башкиравтодор» Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөүҙә ҡатнашыу ихтималлығы хаҡында белдерҙе 20.12.2017

Был хаҡта акционер ойошма директоры  бөгөн киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙа хәбәр итте. Матбуғат кәңәшмәһендә йыл йомғаҡтары барланды һәм алдағы ете йылға бурыстар билдәләнде. «Башкиравтодор» республиканың  24 меңдән ашыу саҡырым юлын, 1600 күпер һәм юл үткәүелен хеҙмәтләндерә. Быйыл ғына 9 миллиард һумдан ашыу суммаға юл төҙөү, ремонтлау  эштәре үтәлгән.

Предприятиеның өс меңдән ашыу юл техникаһы, 59 асфальт-бетон заводы һәм илленән ашыу төҙөлөш ташы, ҡом, тупраҡ  табыусы карьеры  бар. Ойошма әле юғалтыуҙар кисерә, шуға уның составындағы ҡайһы бер асфальт-бетон заводтарының эшен туҡтатып тороу ҡарала.
Артур Шәйнуров, «Башкиравтодор» акционер ойошмаһы генераль директоры: «Асфальт-бетон заводтары эшмәкәрлеген яйға һалыу, яңы технологиялар индереү бурысы тора. Төҙөлөш материалдары һәм хеҙмәттәр  менән тәьмин итеүселәр стуктураһын иғтибарлап тикшерергә кәрәк. Иҡтисади иҫәпләүҙәр үткәрҙек, сығымдарҙы ҡыҫҡартҡанда предприятие ҡаҙнаһына 140 миллион һум тирәһе аҡса килтереү мөмкинлеге бар».
Предприятие бүлексәләре «2014-2017 һәм 2020 йылға тиклем осорҙа ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» федераль проектын ғәмәлгә ашыра. Шулай уҡ сәнәғәт объекттарында юл  төҙөүҙә әүҙем эш алып барыла. Юл япмаһын тикшереүгә  илленән ашыу лаборатория йәлеп ителгән. Компания инновациялар юлында. Был йәһәттән  юл төҙөгәндә  ДЖПС-ГЛОНАСС нигеҙендәге һәм 3 Д  системаһы менән идара итеүсе техника ҡулланыуҙы атап үтергә мөмкин.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку