Башҡортостандың йөҙ йыллығына-йөҙ объект

Башҡортостандың йөҙ йыллығына-йөҙ объект 14.08.2017

Бүздәк районы үҙәгендә 150 урынға иҫәпләгәнгән балалар баҡсаһы тап ошо проект сиктәрендә төҙөлә. Балалар баҡсаһы бер йыл эсендә һалынды. Яңы уҡыу йылына ул файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Биш йәшлек Азалия Ғәйнәнова һүрәт төшөрөргә, сит телдәр өйрәнергә бик әүәҫ. Бәләкәс ҡыҙҙың тағы ла бер ҡыуанысы бар. Ул тиҙҙән заманса уңайлыҡтары булған балалар баҡсаһына йөрөй башлаясаҡ. Ике бала тәрбиәләүсе Ғәйнәновтар яңы балалар  баҡса файҙаланыуға тапшырылыу менән сираттар ҙә кәмейәсәк тип ҡыуана.
Яңы уҡыу йылы башланыу менән йөҙҙән ашыу бала менән бергә Ғәйнәновтарҙың ҡыҙҙары ла балалар баҡсаһына йөрөй башлаясаҡ. Яңы төҙөлгән заманса социаль объект район  өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. «Төнъяҡ» микрорайонында йәшәүсе ғаиләләр ниһәйәт үҙҙәре йәшәгән ерҙән яҡын урында  балаларын баҡсаға йөрөтә башлау мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
«Башҡортостандың йөҙ йыллығына йөҙ объект». программаһына ингән был төҙөлөш район үҙәгендә йәшәүсе ғаиләләрҙеңбалалар баҡсаһына булған ихтыяжын кәметәсәк. Район үҙәгендәге бишенсе балалар баҡсаһы  бер йылда төҙөлөп беренсе сентябргя файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Заманса балалар баҡсаһы төҙөлөшәнә Республика бюджетынан 80 миллион, райондыҡынан 9 миллион 200 мең һум күләмендә аҡса бүленгән. Электр үткәреү, асфаль түшәүҙе район тулыһынса үҙ өҫтөнә алған.
Иркен бүлмәләр алты төркөмгә иҫәпләнгән. Әлеге ваҡытта бында эске  биҙәү һәм буяу, түбәләрҙе шымартыу эштәре башҡарыла.Төнъяҡ микрорайонында асыласаҡ балалар баҡсаһында - хәүефһеҙлек системаһы ла ҡулланыласаҡ. Һәр бүлмәлә видеокамералар урынлаштырылған. Балалар һау ,шат һәм сәләмәт булһын өсөн барлыҡ шартттар ҙа ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку