Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем 13 дәүләт унитар предприятиеһы хосусилаштырылырға тейеш

Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем 13 дәүләт унитар предприятиеһы хосусилаштырылырға тейеш 13.09.2017

Әле  дәүләт ҡарамағында 40 предприятие иҫәпләнә. Киләһе ике йылға хосусилаштырыу программаһы бөгөн хөкүмәт ултырышында ҡаралды

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, киләһе ике йылда дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу һәм хужалыҡ итеү объекттарының идара итеү формаһын үҙгәртеү төбәк ҡаҙнаһына йыл да өс  миллиард һумдан ашыу табыш килтерә ала. Шулай ҙа хосусилаштырыуҙың төп маҡсаты килем алыу түгел, ә предприятиены аяҡҡҡа баҫтырырлыҡ хужалар билдәләү. Был эште дәүләт мөлкәтенең хаҡын кәметмәй, асыҡ формала эшләү мөһим, тине республика башлығы.
Дәүләт унитар предприятиеларын хосусилаштырыу ил башлығы мөрәжәғәтенә ярашлы башҡарыла. Әгәр 2014 йылда республикала дәүләт ҡарамағындағы 165 предприятие иҫәпләнһә, быйыл улар 40-ҡа ҡалған. Киләһе өс йыллыҡ программа буйынса тағы ике дәүләт унитар предприятиеһы, 17 республика ҡатнашлығындағы хужалыҡ объекты һәм 80-дән ашыу күсемһеҙ милек шәхси ҡулдарға күсергә тейеш.
Евгений Гурьев, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры: «Хосусилаштырыуҙы тулыһынса һатыу тип аңларға кәрәкмәй. Предприятиеларҙың идара итеү формалары үҙгәрәсәк. Улар йә акционерҙар йәмғиәтенә, йә яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәргә үҙгәртеләсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку