Башҡортостанда сит ил тауарҙарын сикләүгә бәйле аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артмаясаҡ

Башҡортостанда сит ил тауарҙарын  сикләүгә бәйле аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артмаясаҡ 12.08.2014

Һәр хәлдә, республика етәкселеге шулай тип белдерә. Республика үҙен тулыһынса аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә ала. Сит ил тауарҙарына ваҡытлыса индерелгән сикләүҙе үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыусылар йәки алыпһатарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр ҡаты язаға тарттырыласаҡ, тине Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау комитеты рәйесе Рөстәм Камалетдинов хәбәрселәр менән осрашыуҙа.

Әле республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы күҙәтеүсе махсус комиссия булдырыла. Сауҙа селтәрҙәре хаҡтарҙы нигеҙһеҙ  күтәрә  икән, мәғлүмәт шунда уҡ Монополияға ҡаршы көрәш хеҙмәтенә ебәреләсәк.  Улар алыпһатарҙарҙы  ҡануниәткә ярашлы язаға тарттырасаҡ.  Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар әле тотороҡло ҡала. Рәсәйгә ҡарата ҡабул ителгән санкциялар, киреһенсә, урындағы эшҡыуарлыҡ үҫешенә этәргес кенә буласаҡ, ти белгестәр. Башҡортостан ит, һөт ризыҡтары, йәшелсә, емеш, ашлыҡ һәм башҡа көндәлек аҙыҡ-түлек менән үҙен тулыһынса тәьмин итә ала. Сит илдән индереү тыйылған тауарҙарҙың кәмеүе үҙебеҙҙең етештереүселәргә  был бушлыҡты тултырыу һәм эшмәкәрлекте сит өлкәләргә йәйелдереү мөмкинлеге бирә.
Бынан тыш, тыйылған исемлеккә индерелгән аҙыҡ-түлек етештереүселәр, эшкәртеүсе предприятиелар ташлама менән файҙалана аласаҡ. Сауҙа үҙәктәрендә лә үҙебеҙҙә  етештерелгән ризыҡтарға махсус кәштәләр бүленә башланы. Хаҡтар көндәлек аҙыҡ-түлеккә үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ. Сит илдән индерелгән ҡиммәтле һәм һирәк  ризыҡтарға ғына артыуы ихтимал, тине Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса  дәүләт комитеты рәйесе Рөстәм Камалетдинов.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку