Башҡортостанда граждандарҙың айырым категорияларына торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт өсөн субсидиялар биреү һаҡланасаҡ

Башҡортостанда граждандарҙың айырым категорияларына торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт өсөн  субсидиялар биреү  һаҡланасаҡ 30.06.2015

Был турала  Республика Хөкүмәте күрһәтмәһе донья күрҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  йыл башында төбәктә  граждандарҙың торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт өсөн түләү сығымдарының иң күп рөхсәт ителә торған өлөш стандарттары кәметелгәйне. 30 июнгә тиклем ул күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн - 20-нән 15 процентҡа тиклем; яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙарға - 20-нән 18 процентҡа ҡәҙәр. Субсидияға дәғүә итеүсе башҡа категория граждандары өсөн  стандарт күләме 20 процент кимәлендә ҡалды. Стандарттарҙы кәметеү граждандарҙың аҙ яҡланған категорияларына субсидиялар алыу мөмкинлеге бирҙе. Быйыл төбәктә субсидия менән 46 мең самаһы ғаилә файҙаланды. Уның уртаса күләме 1 870 һумдан ашыу тәшкил итте. Был маҡсатҡа республика бюджетынан 30 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. Субсидия юллау өсөн Халыҡҡа социаль ярҙам республика үҙәге филиалдарына һәм бүлектәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Субсидия алыу өсөн документтар исемлеге Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының сайтында бирелгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку