Башҡортостанда электр тәьминәтендә булған проблема республиканан ситтәге система өҙөклөгөнән килеп сыҡҡан

Башҡортостанда электр тәьминәтендә булған проблема республиканан ситтәге система өҙөклөгөнән килеп сыҡҡан 02.07.2016

Был турала "Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы"нан хәбәр итәләр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн иртән республиканың 600 меңдән ашыу кешеһе утһыҙ тороп ҡалды. Социаль селтәрҙәрҙә шунда уҡ төрлө имеш-мимештәр барлыҡҡа килә башланы. Улар араһында кемдер массалы ут һүнеүен теракт менән бәйләһә, ҡайһы берәүҙәре 1-се июлдән энергияға хаҡтар артыуына япһарҙы.

Күләмле ут һүнеүе республикала иртәнге сәғәт 11-ҙәр тирәһендә теркәлде. Йәмәғәт урындары, сауҙа нөктәләре, дауаханалар һәм торлаҡ йорттар электрһыҙ тороп ҡалды. Ҡалаларҙа хатта светорҙар эшләүҙән туҡтаны, шунлыҡтан транспорт хәрәкәтендә ҡатмарлыҡтар килеп тыуҙы. Бер үк ваҡытта аҙыҡ-түлек менән сауҙа итеүселәргә лә ҡыйынға тура килде.  

Өфөлә электр энергияһы менән проблема
ҡаланың барлыҡ сауҙа йорттарында тиерлек, Дан бульвары, Телеүҙәк районында, Сипайлово биҫтәһендә күҙәтелгән. Дөйөм алғанда, республикала барлығы 603 меңгә яҡын кеше утһыҙ ҡалған.

"112-се ҡотҡарыу хеҙмәте"нән хәбәр итеүҙәренсә, республика төбәктәрендә  йәшәйеште тәьмин итеүсе обьекттар кәрәкле хеҙмәттәр контроленә алынған, яуаплы хеҙмәткәрҙәр үҙ урындарында.  

Ә бына Белорет һәм Сибай зоналарында утҡа бәйле өҙлөклөктәр күҙәтелмәгән. Шулай ҙа  Баймаҡ районында йәшәүселәр билдәләүенсә, төбәктә ут һүнгән осраҡтар йыш ҡына ҡабатланып тора. Әле лә Ишей ауылында 4-се июлдә яҡтылыҡ биреү туҡтатыласаҡ тигән белдереү барлыҡҡа килгән.

Республикала йәшәүселәрҙең 15 процент самаһына  бөгөн бер нисә сәғәт утһыҙ ултырырға тура килде. Электр селтәрҙәре компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ут менән бәйле проблема тулаһынса хәл ителгән.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку