Башҡортостанда еңел сәнәғәт тармағын үҫтереү мөмкинлектәре

Башҡортостанда еңел сәнәғәт тармағын үҫтереү мөмкинлектәре 23.03.2015

Дәүләкән балалар аяҡ кейеме фабрикаһы уҙған быуаттың 40-сы йылдарында асыла. Ул мәлдә башлыса ботинкаларға өҫтөнлөк бирелһә, бөгөн  бында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн төрлө аяҡ кейемдәре етештерелә.

Яратҡан эш ялҡытмай. Аяҡ кейеме фабрикаһы технологы Фәниә Юнысова өсөн был һүҙҙәр эш девизы. Өйҙә һөйөклө әсәй, өләсәй, ә эштә тәжрибәле хеҙмәткәр. Уның коллективта эшләүенә хәҙер инде сирек быуаттан ашыу ғүмер үткән.
Ә был  тегеү цехы. Ул фабриканың иң ауыр бүлектәренең береһе. Бинаның 20 үҙәген берләштергән цех продукцияға тағы 13 деталь өҫтәүе менән үҙенсәлекле. Һәр хәрәкәт теүәллек һәм  сабырлыҡ талап итә. Иғтибарҙы ситкә йүнәлтһәң, продукциянан ҡолаҡ ҡағыуыңды көт тә тор.
Еңел сәнәғәт үҫеш юлында. Фабрикала  меңгә яҡын төр аяҡ кейеме етештерелә. Һәр модель үҙенсәлекле. Бер-береһен ҡабатламай. Эшсе ҡулдар ғына булһын. Сөнки хеҙмәткәрҙәр республикала аяҡ кейеме фабрикаларын өсөн махсус профессиональ уҡыу йорттарында кадрҙар әҙерләнмәүгә борсолоу белдерә. Предприятие йәш технологтар, дизайн-модельерҙарға ҡытлыҡ кисерә.
Ә был цехта әҙер продукция һаҡлана. Балалар өсөн аяҡ кейемдәре үлсәм, моделенә ҡарап айырым йәшниктәргә тултырыла. Әйткәндәй, көнөнә генә был урында мең ярымлап продукция республика район-ҡалаларынан тыш, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә, шулай уҡ Белоруссия һәм Ҡаҙағстан илдәренә оҙатыла.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика