Башҡортостанда еңел сәнәғәт тармағы республика күрһәткән ярҙамды аҡламай

Башҡортостанда еңел сәнәғәт тармағы республика күрһәткән ярҙамды аҡламай 30.05.2016

Был турала  Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов хөкүмәт ултырышында белдерҙе. Унда еңел сәнәғәтте үҫтереү программаһы үтәлеше тикшерелде.

Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин әйтеүенсә, 2012  йылдан алып программа үтәлешенә бюджеттан 2 йөҙ миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. Бынан тыш, 390 миллион һум инвестициялар йәлеп ителгән. Еңел сәнәғәт предприятиеларын дәүләт ярҙамында көрсөктән сығарыу, етештереү күләмдәрен, эш урындарын һаҡлап ҡалыуға өлгәшелгән. Шулай ҙа күрһәтелгән ярҙам үҙен аҡламай. Предприятие милекселәре аҡсаларҙы һөҙөмтәле файҙаланмай, тиелде ултырышта.
Хөкүмәт ултырышында «Ауыл табибы»  федераль программаһының үтәлеше лә тикшерелде. Был проект 2012 йылда башланды һәм 15 йылға тиклем ауылдарға 1 мең 51 медицина белгесе ҡайтарылған. Быйыл тағы ла 150 табиптың төпкөл ауылдарға эшкә барыуы көтөлә. Уларҙың һәр береһе хөкүмәттән миллион һум аҡса аласаҡ.
Әнүәр Бакиров, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры: «Ауыл табибы программаһы төпкөлдәргә медициналағы һирәк һөнәр эйәләрен ҡайтарыу маҡсатында тормошҡа ашырыла. Шуға ла ауылға ҡайтҡан һәр кем миллион һум аҡса ала тигәнде аңлатмай.  Неанотолог, хирург, реаниматолог, ашығыс ярҙам һәм участка табиптары программаға тәү сиратта индерелә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку