Башҡортостанда былтыр 1 мең 700-ҙән ашыу микрофинанс ойошмаһы ябылған 17.03.2017

Уларҙың күбеһе клиенттар менән дөрөҫ эшләмәгән. Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй банк хеҙмәткәрҙәре конференцияһында ошо турала әйтелде. Әлеге ваҡытта микрофинанс ойошмалары эшмәкәрлеге камиллаша бара.

Улар әкренләп юғары проценттарҙан баш тарта. Әммә ҡайһы бер ойошмалар аҡсаны бурысҡа йылына 600 процент менән бирә. Халыҡ араһында ашығыс кредит алыусылар кәмемәй. Улар - башлыса осон-осҡа ялғап йәшәүселәр, йәғни эш хаҡына тиклем бурысҡа аҡса алып торорға мәжбүр булыусылар. Былтыр ашығыс кредит юллаусылар 40 процентҡа артҡан, тип хәбәр итәләр Үҙәк Банктан.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика