Башҡортостанда һалым йыйыу яҡшыра

Башҡортостанда һалым йыйыу яҡшыра 20.05.2015

Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, ҡаҙнаға тупланған йыйымдар 15 процентҡа артҡан. Был турала Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Марат Вахитов хәбәрселәр менән осрашыуҙа белдерҙе.

Былтыр  тәүге кварталда бюджет 55 миддиард һумға тулыланһа, быйыл был осорға  64 миллиард һумдан ашыу аҡса тупланған. Килемдең шаҡтай ҙур өлөшө ҡаҙылма байлыҡтар өсөн һалымдар. Унан ҡала акциздар, өҫтәлгән хаҡ өсөн йыйымдар килә. Халыҡтың табышынан  алынған һалым дүртенсе урында. Ул 9 миллиард һумдан  ашып киткән. Марат Вахитов әйтеүенсә, һалым түләүселәр был мөһим эшкә аңлы ҡарай. Инспекторҙарҙың урындарға сығып тикшереүҙәр үткәреүенең кәмеүе лә ошо хаҡта һөйләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку