Башҡортостан таможняһы контрафакт продукцияны асыҡлау һәм әйләнешкә индермәү маҡсатында хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә эш алып бара 07.10.2016

Оператив-эҙләү саралары барышында туғыҙ ай эсендә 50 мең дана контрафакт продукция асыҡланған, был былтырғы менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк. Таможня инспекторҙары тарафынан иң ҙур партия - 29 мең 700 дана балалар кейеменә арест һалынған.  

Башҡортостанға индерелеүсе бер генә йөк тә таможня инспекторҙары уяулығынан тыш үтмәй. Үҙенсәлектәренә ҡарап  тауарҙарҙың төҫө анализлана, ауырлығы үлсәнелә. Тауар маркалары тикшерелә. Үзбәкстандан килтерелгән был партия тауарҙарҙы тикшереү өсөн ике көн ваҡыт сарыф ителгән.    Башҡортостан таможняһы интеллектуаль мөлкәт объекттарының хоҡуҡтарын яҡлау йәһәтенән әүҙем эш алып бара. Электрон үҙәккә  2016 йылдың авгусында Үзбәкстанда етештерелгән һәм килтерелгән балалар кейемдәре партияһы декларацияға тапшырыла. Әммә таможня инспекторҙары тикшергәндән һуң 29 700 дана балалар кейеме контрафакт булыуы асыҡлана. Һатыусы сит маркаға таянып, Үзбәкстандан тауар алған.
Александр Пряшников, Башҡортостан таможняһының электрон декларациялар үҙәге етәксеһе урынбаҫары: «Үзбәкстандан тауар алыусының сит тауар билдәһен ҡулланыуы хаҡында тауар маркаһының тулы хоҡуҡлы вәкиленән ғариза алынды. Ошо сәбәпле, 29 700 дана тауарға арест һалынды. Рәсәйҙең административ хоҡуҡ боҙоу тураһындағы ҡануны нигеҙендә уға тикшереү эше асылды. Был осраҡ буйынса хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланғанда Рәсәйгә тауар ҡайтарыусы фирмаға 200 мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ һәм контрафакт тауар юҡ ителәсәк».
Йыл һайын  контрафакт тауар һатыусылар ил бюджетына 200 миллиард һум күләмендә зыян килтерә. Өҫтәүенә, бындай тауарҙарҙың сифаты насар һәм һаулыҡҡа зыян килтереүе ихтимал. Легаль булмаған импорт тауарҙарҙы индереү үҙебеҙҙең  етештереүселәрҙең тауар һатыуҙан килгән килемен кәметә.  Ошо сәбәпле, күп кенә предприятиелар етештереү ҡеүәтен кәметергә мәжбүр.
Тире әйберҙәрҙән тегелгән тауарҙар ярҙамында аҡса эшләргә ғәҙәтләнгән ҡулсыр һатыусылар өсөн дә талаптар ҡатмарлаша. Рәсәй баҙарына ялған тун изделиеларын  индереүселәр һанын кәметеү маҡсатында дөйөм маркировка индерелгән. Уларһыҙ һатыу рөхсәт ителмәйәсәк.  Ябай һатып алыусылар ҙа контрафакт  һатыусыларға ҡаршы көрәшә ала. 2014 йылда Рәсәйҙәге иң эре интернет магазиндары НОТА тип аталған дөйөм майҙан булдыра. Унда һатып алыусынан алып етештереүсегә тиклем интернет-баҙарҙың бөтә ағзалары ла ҡатнаша ала. 300 меңдән ашыу тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә эш ҡағиҙәләренән тайпылыусы интернет -магазиндарҙың 6 проценты үҙ эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр булған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика