Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына – автомагазиндар

Башҡортостан Республикаһының 100  йыллығына – автомагазиндар 12.12.2017

Пилот проекттың маҡсаты сауҙа нөктәләре булмаған ауылдарҙа халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу. Был исемлеккә ингән ун райондың сауҙа хеҙмәткәрҙәренә   Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау  буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре  һәм машина етештереүселәр  автомагазин асҡыстары тапшырҙы.

Республиканың көньяҡ сигендә урынлашҡан Ейәнсура районында сауҙа нөктәһе булмаған 19 бәләкәй ауыл иҫәпләнә. Быға тиклем әлеге ауылдарҙа йәшәүселәр аҙыҡ-түлек һәм тормош-көнкүреш тауарҙарын үҙ көсө, ә өлкән йәштәгеләр балалары ярҙамы менән район үҙәктәренән һәм сауҙа үҙәктәре булған ҙур ауылдарҙан ташыған. Районға  заманса автолавка ҡайтыу менән мәсьәлә ыңғай хәл ителәсәк.
Бүдзәк районында ла  сауҙа нөктәләре булмаған ауылдар 60 проценттан ашыу самаһы. Заманса уңайлы автомагазиндар магазиндары бөтөнләй булмаған 117 ауыл халҡына аҙыҡ-түлек һәм көндәлек тауарҙар ташыясаҡ. Район хакимиәте белгестәре  махсус графикка ярашлы маршруттар төҙөйәсәк.
Автомагазиндар беҙҙәге сатлама һыуыҡтарға ла сыҙам. Һатып алыусыларға ҡар-ямғырҙан ышыҡланыу өсөн тент асыла  һәм сумкалар өсөн кәштәләр ҡуйылған. Һатыусылар ҙа  эске павильонда  йылы һәм уңайлы шарттарҙа эшләйәсәк. Автомагазин асҡыстарын алыусы-водителдәр машиналарҙың уңайлығын юғары баһалай.
Мобиль сауҙа селтәрен үҫтереү проекты  Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәткән. Башҡортостан өсөн мобиль автолавкалар эшләүе тауар  әйләнешен үҫтереүҙән тыш, төпкөлдәрҙә йәшәүселәрҙең көнкүрешен бер-нисә баҫҡысҡа юғары күтәрергә булышлыҡ итәсәк.
Мобиль сауҙа селтәрен төпкөл ауылдарға ла еткерергә мөмкин. Был автомобилдәр ике бүлектән тора. Тәүгеһендә һыуытҡыс камера, бында аҙыҡ-түлек ҡуйыла, ә икенсеһендә тормош-көнкүреш тауарҙары. Пилот проект төпкөлдәрҙә халыҡтың йәшәү кимәлен күтәрергә йүнәлтелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку