Башҡортостан предприятиелары яҡын арала үҙҙәренең облигацияларын сығара аласаҡ

Башҡортостан предприятиелары яҡын арала үҙҙәренең облигацияларын сығара аласаҡ 01.12.2016

Әле финанс операцияны ойоштороу нескәлектәре өҫтөндә эш бара.Мәҫәлән, бөгөн Рәсәй Үҙәк банкының Башҡортостан милли бүлегендә облигациялар баҙарын үҫтереү темаһына арналған кәңәшмә үтте. Фекер алышыуҙа илдең Үҙәк банкы, финанс ойошмалар һәм эре предприятиелар вәкилдәре ҡатнаша

Облигацияларҙы төрлө ойошмалар сығара аласаҡ, уларҙы банктар аша һатып алып буласаҡ. Аҙаҡ, был ҡиммәтле ҡағыҙ буйынса килешеүҙә ҡаралғанса процент түләнәсәк, облигацияны шулай уҡ кире ҡайтарып та буласаҡ. Предприятиелар өсөн был тәү сиратта аҡса йәлеп итеү инструменты булып тора. Был сара кредиттарға ҡарағанда арзаныраҡ, шуға ла киләсәктә был төр ҡиммәтле ҡағыҙҙар киң танылыу яулар тигән фекер белдерелде кәңәшмәлә. Өҫтәүенә, Башҡортостан облигациялар баҙарын үҫтереүгә арналған пилот проектҡа инәсәк. Был физик шәхестәр өсөн дә отошло булыр тип көтөлә.  
Елена Чайковская, Рәсәй банкының финанс баҙарҙарҙы үҫтереү департаменты директоры: «Бөгөн банк вкладтары буйынса килем юғары тип әйтеп булмай. Тап шуға кешеләр аҡсаһын шикле финанс ойошмаларға күпләп тапшыра. Ә финанс пирамида тоҙағына эләккәндән һуң, аҡсаһын ойоҡҡа йәшерә. Был әлбиттә, иҡтисад өсөн дә насар, аҡса финанс операцияларҙа ҡатнашмай, файҙа килтермәй. Облигациялар буйынса иһә, кредит менән сағыштырғанда, килем ҙурыраҡ буласаҡ, һәм беҙҙең маҡсат уларҙы һәр кем өсөн асыҡ итеү».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку