Башҡортостан менән Франция араһындағы тауар әйләнеше былтыр 61 миллион доллар тәшкил иткән

Башҡортостан менән Франция араһындағы тауар әйләнеше былтыр 61 миллион доллар тәшкил иткән 18.04.2017

Ысынбарлыҡ мөмкинлектәргә ҡарағанда күпкә кәмерәк, тине Рөстәм Хәмитов Франция предприятиелары вәкилдәре менән осрашыуҙа. Республика етәксеһе әйтеүенсә, тауар әйләнешенең иң күләмле осоро 2013 йылға тура килә һәм сит илдәрҙең санкциялары арҡаһында хеҙмәттәшлек юғалып ҡала.

Францияны Башҡортостандың газ һәм нефть өлкәһе ҡыҙыҡһындыра. Экспортҡа башлыса дизель яғыулығы, мазут, каучук, ағас күмере, метал һәм быяла продукцияһы оҙатыла. Ә сит илдән беҙгә машина һәм ҡорамалдар, медицина препараттары, резина -техник изделиелар, косметика саралы һәм алкоголь индерелә.
Франция эшҡыуарҙары санкцияларға ҡарамаҫтан хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Сит илдән осрашыуға тиҫтәнән ашыу компания вәкиле килгән. Бизнес алып барыу өсөн уңайлыҡтар, баҙар мөмкинлектәре булдырылһа инвестициялар индерергә әҙер.
Павел Шинский, Франция-Рәсәй сауҙа-сәнәғәт палатаһы генераль директоры: «Был компанияларҙың  барыһы ла Рәсәйҙә күптән  эшләй. Инвестор була алырҙай эшҡыуарҙарҙың был бер өлөшө генә. Башлыса сәнәғәт өлкәһендә эшләүселәр генә килде. Ҡайһы төбәктәр менән эшләү һорауы килеп тыуғанда күп кенә компаниялар Өфөнө билдәләй. Шуға күрә хеҙмәттәшлек  емештәре алда әле».
Азат Фазлыев, Башҡортостандың сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты: «Франция эшҡыуарҙары яғынан энергетика, медицина өлкәһендә бик ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр булды. Улар бөтә донъяға танылған компаниялар һәм бындай абруйлы инвесторҙарҙы республикаға алып килһәк яҡшы булыр ине».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку