Башҡортостан дүртенсе йыл рәттән Бөтә Рәсәй һаҡсыллыҡ аҙналығында ҡатнаша

Башҡортостан дүртенсе йыл рәттән Бөтә Рәсәй һаҡсыллыҡ аҙналығында ҡатнаша 01.11.2017

Халыҡтың финанс белемен арттырыуға йүнәлтелгән сараның республикалағы рәсми партнеры булып Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университетының Өфө филиалы сығыш яһай.

Аҙналыҡ сиктәрендә уҡыу йортонда лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, студенттар менән эшлекле уйындар, һалым хеҙмәтенә һәм банктарға  экскурсиялар ҡаралған. Шулай уҡ башҡаланың урта махсус белем биреү йорттары һәм мәктәп уҡытыусыларының финанс белемен камиллаштырыу буйынса ла төрлө осрашыуҙар ойоштороу күҙаллана. Был сараларға барлығы  мең ярымға яҡын педагог йәлеп ителәсәк. Семинарҙа ҡатнашыусылар өсөн тәүге көндә «Шәхси финанс хәүефһеҙлеге», «Аҡсалар менән идара итеү», «Финанстарҙы инфляциянан һаҡлау» кеүек көнүҙәк темаларға арналған лекциялар тыңланы. Бөтә Рәсәй һаҡсыллыҡ аҙналығы 12 ноябргә тиклем дауам итә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку