Башҡортостан быйыл «Башнефть» компанияһынан 6 миллиард 600 миллион һум күләмендә дивиденд аласаҡ

Башҡортостан быйыл «Башнефть» компанияһынан 6 миллиард 600 миллион һум күләмендә дивиденд аласаҡ 28.10.2017

Был турала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов  ТАСС агентлығына биргән интервьюһында белдерҙе. «Башнефть» компанияһының Директорҙар советы ултырышында 26 миллиард 300 миллион һумды дивиденттарға йүнәлтергә ҡарар ителгән.

Башҡортостан бюджетына 6 миллиард 600 миллион һум күсерелә. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, был сумма алдан көтөлгәнгә күберәк, быға тиклем яҡынса 5 миллиард һум тураһында һүҙ бара ине. Ошондай ҡарар Башҡортостан һәм «Роснефть» араһында ышаныслы һәм партнерҙарса мөнәсәбәттәр булыуы хаҡында һөйләй. Әйткәндәй, быйыл 9 айҙа «Башнефть» республика ҡаҙнаһына 21 миллиард һум һалым һәм башҡаса табыш йүнәлткән. Бынан тыш, яғыулыҡ-энергетика компанияһы хәйриәлә әүҙем ҡатнаша. Республикаға 4 миллиард һум күсерелә. Был аҡсаға социаль объекттар төҙөлә, спорт командалары финанслана, тине Рөстәм Хәмитов.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку