Күп кеше һалым буйынса бурыстарын аңлы рәүештә түләргә тырыша
Ә бына ҡайһы бер предприятелар һалым түгел, электр энергияһы өсөн дә ваҡытында иҫәпләшмәй икән. Һөҙөмтәлә бөгөн иртән Өфөлә ҡайһы бер маршруттар буйынса йөрөүсе трамвай һәм троллейбустар хәрәкәте сикләнде. Шуға ла башлыса электр транспорты менән файҙаланыусы халыҡ ҡыйынлыҡтар кисерҙе. Республиканың энергия һатыу компанияһы вәкилдәре проблеманың сәбәбен ҙур күләмдәге  бурыстар менән аңлата. Йәнәһе лә баш ҡаланың муниципаль электр транспорты идаралығының 200 миллион һумдан ашыу бурысы йыйылған.
23 / 11 / 2017 184
Аш менән атҡанға таш менән
Күптән түгел генә меңдәрсә һумға төҙөкләндерелгән Яҡутов паркына вандалдар һөжүм итә. Билдәһеҙ әҙәмдәр ағас төптәренә һалынған таштарҙы күл өҫтөн ҡаплаған боҙға ырғытып бөткән. Ул ғына ла түгел, изге урын һаналған, революция һәм граждандар һуғышы ҡорбандарына ҡуйылған стеланан исем-шәрифтәрҙе  аҡтарып төшөргәндәр, скульптураларҙы емергәндәр.
23 / 11 / 2017 214
Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы 9 айлыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны
Башҡортостандың һалым хеҙмәте йыл башынан  төрлө кимәлдәге бюджетты тулыландырыу буйынса һөҙөмтәлерәк эшләгән. Шулай уҡ һуңғы ваҡытта халыҡтың мөрәжәғәттәре менән эшләүгә етди иғтибар бирелә.
23 / 11 / 2017 259
Башҡортостан радиоһына 90 йыл!
Радиола төрлө йылдарҙа эшләп киткән ветерандар һәм хәҙерге хеҙмәткәрҙәре бөгөн байрам уңайынан тантанаға йыйылды. Радио тыңлаусылар араһында ҡимәтле бүләктәр уйнатылды, телеүҙәк бинаһында таҡтаташ асылды.
23 / 11 / 2017 187
Өфөләге 44-cе урта мәктәп Яңы йылдан һуң эшмәкәрлеген туҡтатасаҡ
Белем усағында реконструкция ойоштороу ҡаралған. Төҙөлөш эштәре бер йыл дауам итәсәк. Әлегә мәктәп уҡыусыларының ҡайһы мәғариф учреждениеларында белем алыуын дауам итәсәге билдәһеҙ.
23 / 11 / 2017 193
Өфөлә мәктәп уҡыусыһы 10 йәшлек ҡыҙға пневматик винтовканан атҡан
Әлеге ваҡытта ҡаза күреүсе тарвматология бүлегендә. Дауаханан был ваҡиға хаҡында хоҡуҡ  һаҡлау органдарына ла хәбәр ителгән.
23 / 11 / 2017 246
Баймаҡ районында «Берәҙәк эттәр һәм бесәйҙәрҙе тотоу буйынса» дәүләт программаһына ярашлы ваҡытлыса приют асылды
Һуңғы йылдарҙа кешеләр үҙ йорттарында бесәй тотоу ғына тугел,  ә эттәрҙән дә баш тарта башланы. Һөҙөмтәлә  урамдарҙа бик күп берәҙәк хайуандар барлыҡҡа килде. Улар  санитария-гигиена талаптары яғынан да, хәүефһеҙлек  күҙлегенән дә ҡурҡыныс тыуҙыра.
23 / 11 / 2017 236
ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 23.11.2017
Бөгөн ил башлығы Владимир Путин Судан президенты Омар әл-Бәширҙе ҡабул итте. Сочи ҡалаһында үткән осрашыу барышында һүҙ ике ил араһындағы эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыу хаҡында барҙы. Атап әйткәндә Рәсәй Африка иленә һатылған иген күләмен миллион тонға тиклем еткерергә иҫәп тота. Судан лидеры Владимир Путинға ғәрәп илдәрендә тәртип урынлаштырыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
23 / 11 / 2017 217
Бөгөн Өфөлә «Смарт-төбәк 2017. Һанлы иҡтисад. Электрон белем биреү мөмкинлектәре» тип исемләнгән тәүге республика IT-форумы үтте
Тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы 600-ән ашыу кешене берләштерҙе.  Эшҡыуарҙар, айти-проекттарын тәҡдим итеүселәр һәм дәүләт органдары вәкилдәре башта пленар ултырышҡа йыйылып, мәғлүмәт-коммуникация технологиялары өлкәһендәге мөһим һорауҙарҙы күтәреп сыҡты. Айырым секцияларҙа смарт-йәмғиәт, йәғни аҡыллы йәмғиәт, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге мәсьәләләре ҡаралды.
23 / 11 / 2017 227
Ниндәй йыр ул баянһыҙ
Башҡалала ошо девиз аҫтында аккоппаниаторлыҡ оҫталығы буйынса фестиваль үтте. Иң яҡшы баянсылар «Шаляпин» исемендәге концерт залында үҙ ижады менән таныштырҙы. Бишенсе тапҡыр үткәрелгән сара республиканан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә иң яҡшы аккомпаниаторҙарҙы бер сәхнәгә йыя. Фестивалдә ҡатнашыусылар әйтеүенсә, конкурс ярыш сәме уята һәм яңынан-яңы композициялар ижад итергә ҡанатландыра. Вокал оҫталары ла, ошондай уҡ ҡарашта.
23 / 11 / 2017 251
Төнъяҡ Кавказ Өфөлә
Бөгөн  башҡалала ошо федераль округҡа ҡараған төбәктәрҙең йәш фотографтарының күргәҙмәһе асылды.
23 / 11 / 2017 177
Башҡорт дәүләт университетында эшләп килгән музей комплекстары мәғариф учреждениелары менән хеҙмәттәшлек итәсәк
Республика тарихы, мәҙәниәтенә бағышланған экспозицияларҙы бөгөн 35-се мәктәп уҡыусылар килеп ҡараны.
23 / 11 / 2017 187
Благовещен районы Ошмянка ауылы балалары автобус менән тәьмин ителгән
Күрше Орловка мәктәбенә йөрөп уҡырға мәжбүр булған ҡыҙ һәм малайҙарҙың транспортһыҙ ҡалыуы тураһында яңылыҡтарҙың үткән сығарылыштарында хәбәр иткәйнек инде. Материал эфирға сыҡҡандың икенсе көнөнә урындағы етәкселек Благовещен ҡалаһындағы балалар техник ижады йорто автобусын Ошмянка ауылына бирергә ҡарар иткән.
23 / 11 / 2017 227
Башҡортостан һауаһынан радиоактив болоттар үткән
Был мәғлүмәттең дөрөҫлөккә тап килеүен бөгөн Рәсәй гидрометеорология федераль хеҙмәте раҫланы. Көньяҡ Уралдың радиацион хәле тураһындағы мониторинг сентябрҙә үк баҫтырылған. Уға ярашлы, рутений-106 матдәһе Өфө-Дим станцияһында юғары һөҙөмтә күрһәткән.
21 / 11 / 2017 213
«Өфө-Ырымбур» автомобиль юлының һигеҙ саҡрымлыҡ участкаһы капиталь ремонттан һуң файҙаланыуға тапшырылды
Күләмле проект сиктәрендә Стәрлетамаҡ районы Подлесное ауылы янында һыу ағыҙыу һәм мал ҡыуыу өсөн ер аҫты үткәүелдәре төҙөлгән.
21 / 11 / 2017 158
Ауылда йәшәүселәрҙең 70 проценты вахтала эшләй
Был турала республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында Башҡортостандың фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов белдерҙе.
21 / 11 / 2017 210
Башҡорт тоҡомло бал ҡорто закон менән һаҡланасаҡ
Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай  Президиумы ултырышында депутаттар 30 ноябрҙә үтәсәк  Республика  парламенты пленар ултырышының көн тәртибен раҫланы.
21 / 11 / 2017 164
Йөҙ йыллыҡҡа йөҙ объект
Бер быуатлыҡ юбилейға республикала 100 объект проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Был исемлеккә 150-гә яҡын объект ингән, уларҙы сафҡа индереү өсөн төрлө сығанаҡтарҙан ҙур күләмдә аҡса бүленә. Программала мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, торлаҡ-коммуналь, юл һәм һыу хужалығы, спорт учреждениелары бар.
21 / 11 / 2017 245
Бөгөн бөтә донъяла телевидение көнө билдәләнә
Башҡортостанда уның тарихы уҙған быуаттың илленсе йылдары аҙағына барып тоташа. 1956 йылда Өфөлә телеүҙәк төҙөлөшө башлана. Ошо ваҡыттан алып телевидене өлкәһе техник үҫеш, тапшырыуҙарҙың йөкмәткеһе һәм төрлөлөгө, шулай уҡ экран сифаты буйынса ла йылдам алға бара. Әлеге ваҡытта республикала тиҫтәләрсә район һәм ҡала телеканалдары эшләй. Һөнәри байрам уңайынан, киләһе яҙмабыҙ Башҡортостан юлдаш телеканалы ҡаҙаныштары тураһында.
21 / 11 / 2017 195
Силәбенән Мәскәүгә осоусы Аэрофлот самолеты халыҡ-ара Өфө аэропортында ултырырға мәжбүр булды
Сәфәр барышында 1985 йылғы ҡатын һауала үҙен насар тоя башлай. Һөҙөмтәлә экипаж ултырырға тигән ҡарар ҡабул итә.  Ханымды ашығыс ярҙам машинаһы көтөп тора. Табиптар ҡулына тапшырылғанда пассажир үҙ аңында була. Уның Өфөнөң 22-се дауаханаһына урынлаштырылыуы билдәле. Самолет Мәскәүгә сәфәрен дауам итә.
21 / 11 / 2017 203

Страницы: 1 2 3 4 5 ... 716 След.
Яңылыҡтар календары

Яндекс.Метрика