Банк секторының 2015 йылға тиклем  үҫеш программаһы һөҙөмтәләре ҡәнәғәтләндерерлек тип танылды 04.04.2016

Атап әйткәндә, төбәк иҡтисадына йәлеп ителгән кредит аҡсалары 2 тапҡырға артып, 272 миллиард һумға барып еткән. Был турала һүҙ Башҡортостан хөкүмәтенең президиумы ултырышында барҙы.

Банк кредиттары ярҙамында инвестицияларҙы финанслау өлөшө лә 20 проценттан ашҡан, ил буйынса күрһәткес күпкә түбәнерәк. Ауыл хужалығын кредитлау ҙа ҡуйылған маҡсаттан артҡан, торлаҡ төҙөлөш тармағында һиҙелерлек үҫеш күренә тип билдәләй Башҡортостандың милли банкы етәксеһе Марат Кашапов. Әлбиттә, шыма булмаған урындар ҙа юҡ түгел, улар башлыса иҡтисади ситуацияға бәйле булды тип билдәләнде ултырышты. Артабан белгестәр, тупланған тәжрибәне ҡулланып, секторҙың 2030 йылға тиклем үҫеш программаһын тәҡдим итмәксе.
Марат Кашапов, Башҡортостандың милли банкы рәйесе:«Республиканың 2030 йылға тиклем үҫеш стратегияһында шулай уҡ власть органдарының банк секторы менән хеҙмәттәшлегенә баҫым яһаласаҡ. Иҡтисад банктар тәҡдим иткән инструменттар менән тулы рәүешле файҙаланыуы төбәк үҫешенә яҡшы этәргес бирә ала».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика