Балаҡатай районының Урғалы ауылы халҡы урындағы балалар баҡсаһына капиталь ремонт уҙғармаҡсы

Балаҡатай районының Урғалы ауылы халҡы урындағы балалар баҡсаһына капиталь ремонт  уҙғармаҡсы 13.03.2017

30 йыл элек нигеҙ  һалынған мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһында был ниәт «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы2 ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Район үҙәгенән 50 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Урғалы ауылында ике балалар баҡсаһы эшләй. «Чебурашка» тип исемләнгән мәктәпкәсә учреждение асылыуға - 30 йыл. Тәрбиәсе Фәриә Бычкова унда тәүге көндәрҙән алып эшләй. Хеҙмәт ветераны бөгөн үҙенең тәүге тәрбиәләнеүселәренең балаларын ҡабул итә.
Әлеге ваҡытта мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына 56 бала йөрөй. Бина йылы һәм күркәм булыуына ҡарамаҫтан, урындағы халыҡ дөйөм йыйылышта кәңәшләшеп, балалар баҡсаһына капиталь ремонт уҙғарырға аҡса йыя. Бер кем дә битараф ҡалмай. Айырыуса ауылдың оло быуын вәкилдәре ҙур ярҙам күрһәтә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку