Баһаланмаған бизнес

Баһаланмаған бизнес 11.02.2016

Социаль эшҡыуарлыҡты әле тап шулай атарға мөмкин. Башҡортостанда  был тармаҡта йүнселдәрҙең  ни бары ике проценты ғына шөғөлләнә. Киләсәктә социаль хеҙмәт күрһәтеүселәр һанын арттырыу күҙ уңында тотола. Был йәһәттән республика Хөкүмәте ҙур эшмәкәрлек алып бара. Мәләүездә Социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүә мәсьәләләренә арналған беренсе форум үтте.

Социаль эшҡыуарлыҡ төшөнсәһе илдә һуңғы йылдарҙа ғына барылыҡҡа килә башланы. Дәүләт социаль яҡлауға мохтаж халыҡҡа тейешенсә ярҙам, иғтибар биреп еткерә алмай. Иҡтисади ауырлыҡтар мәлендә был категория граждандар айырыуса ситләшә. Был бушлыҡты бәләкәй эшҡыуарлыҡ ҡаплай ала, ти белгестәр. Әле социаль  бизнес өлкәһе тулыһынса тиерлек буш тора.
Социаль эшҡыуарлыҡҡа йүнселдәрҙе йәлеп итеү өсөн Хөкүмәт төрлө ташламалар тәҡдим итә. Был өлкәлә эш башлаусыларға  2020 йылға тиклем һалымдан азат итеү, административ кәртәләрҙе алып ташлау, ҡануниәтте ябайлаштырыу кеүек ылыҡтырғыс шарттар булдыра. Киләсәктә лә дәүләт ярҙамы артасаҡ ҡына, ти белгестәр.
Оло йәштәгеләр, мөмкинлектәре сикләнгәндәр  һәм башҡа  мохтаж кешеләргә социаль хеҙмәт күрһәтеүселәр әле башлыса күләгә аҫтында эшләүҙе хуп күрә. Ә бәләкәй эшҡыуарлыҡ был өлкәгә әле шикләнеп ҡарай.
Республика етәкселеге социаль эшҡыуарлыҡтың үҫеше тотҡарланыу сәбәбен  кешеләрҙең башында ғына ти. Күптәребеҙ бизнесты ҙур табыш алыу сығанағы тип ҡарай. Ә социаль хеҙмәт күрһәтеү мәшғүллек һәм өҫтәмә килем алыу мөмкинлеге.
Ҡаршылыҡтар күп, шулай ҙа боҙ урынынан ҡыҙғалды. Республикалағы тәүге социаль эшҡыуарлыҡ форумына был өлкәлә алға киткән төбәктәрҙән йүнселдәр саҡырылған. Социаль хеҙмәт күрһәтеүҙе бизнес кимәленә күтәрергә теләүселәр уларҙан оҫталыҡ дәрестәре алды. Тармаҡты үҫтереүҙе тотҡарлаған ҡаршылыҡтарҙы барлап зәл итеү юлдарын эҙләне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку