Бөрйәндә төпкөл ауылдарға юл һалына 29.08.2016

Иҫке Монасипта йәшәүселәр цивилизацияһыҙ тормоштан ниһайәт, арына. Урындағы халыҡ бигерәк тә яҙғы ташҡын мәлендә утрауҙа ҡалғандай, бер ҡайҙа ла йөрөй алмаған. Әле киҫкен мәсьәлә хәл ителә, ауылға тиклем яҡынса алты километр арауыҡта ҡырсынташ түшәлә.

Быраулау-шартлатыу эштәренән һуң  Иҫке Монасип ауылы янындағы майҙан карьерҙы хәтерләтә. Ҡеүәтле техника ҡаяла көн әйләнәһенә эшләй. Бер сменала өс камаз ҡырҡҡа яҡын рейс яһай. «Был ҡырсынташ тиҙҙән юлһыҙ йонсоған халыҡтың проблемаһын хәл итәсәк»,- ти эшселәр. Ауылға автомобиль трассаһынан илткән яңы маршрут серпантин кеүек һалына, киңлеге ун метр буласаҡ.
Иҫке Монасипта йәшәүселәр бульдозер тауышына инде күнегеп бөткән. Июндә башланған төҙөлөш тә бит күптән көтөп алынған ваҡиға! Юл тигеҙләү, эре таштарҙы этеүсе техниканың килеүенә бында барыһы ла ҡыуана. Шулай ҙа ҡырҡ йылға яҡын машинист булып эшләүсе Зариф Фәйзуллин әйтеүенсә, Бөрйәндәге тәбиғәт шарттары юл һалыуға  уңайлы түгел.
Яҙ һайын оло һыуҙан йонсоған Иҫке Монасип ауылы халҡы ике йыл элек һалынған юлға ла риза була. Тик ул дәүләт стандарты талаптарын үтәмәй, был биләмәгә йәмәғәт транспортын, йөк машиналарын ебәреү тыйыла. Һөҙөмтәлә район етәкселеге яңы маршрут булдырырға ҡарар итә. Әлегә автоһәүәҫкәрҙәр «Тимер ат»ы менән иҫке юлдан елдерә.
Бөрйән  урман-таулы төбәк. Шуға урында юлдарҙың торошо маҡтанырлыҡ түгел, әммә проблема йылдам хәл ителә. Иҫке Монасиптағы төҙөлөш эштәренә генә федераль бюджеттан 89 миллион һум аҡса бүленә.
Юлдарҙы тормош артерияһы, тип хаҡлы әйтәләр. Төҙөлөш бар ерҙә тормош та гөрләй. Яңы йорттар ҡалҡа, йәштәр ҙә тыуған яҡҡа ҡайтыуҙы хур күрә.
Бер нисә йыл элек Иҫке Монасип ауылы янында туристик база ла асыла. Яңы юл Ағиҙел йылғаһы буйында, мәғрүр тау-ҡаялар ҡосағында ял итергә теләүселәр һанын да арттырыр тип көтөлә. Әйткәндәй, эшселәр төҙөлөш эштәрен октябргә тиклем тамамларға ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика