Бөгөндән ОСАГО хаҡындағы законда ҡаралған аҡсалата түләүҙәр урынына автомобилде ремонтлау тураһындағы үҙгәреш үҙ көсөнә инде

Бөгөндән ОСАГО хаҡындағы законда ҡаралған аҡсалата түләүҙәр  урынына автомобилде ремонтлау тураһындағы үҙгәреш  үҙ көсөнә инде 28.04.2017

Уға ярашлы, бынан һуң аварияла  автомобиле зыян күреүсегә аҡса түләнмәй. Юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң 20 көн эсендә машинаға техник экспертиза эшләнә һәм страховкалаусы ойошма автомобиль хужаһына ремонт өсөн автосервисҡа юллама бирә.

Үҙгәреш  ОСАГО полистарын бөгөндән һуң һатып алыусыларға ҡағыла. Страховкалаусылар полис һатҡанда водителдәргә  автосервистар исемлеген бирә, унан һәр кем уңайлыһын һайлай. Автосервис  машина хужаһының йәшәгән, йә транспорт ваҡиғаһы теркәлгән урындан 50 саҡырымдан алыҫ булмаҫҡа тейеш.  Авария һөҙөмтәһендә  автомобиль тулыһынса яраҡһыҙ тип табылһа, уның водителе сәләмәтлегенә ауыр кимәлдәге зыян килһә, һәләк булһа аҡсалата түләүҙәр һаҡлана.    
Марат Кашапов, Башҡортостандың милли банкы рәйесе: «28 апрелдән Автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау тураһындағы законға үҙгәреш индерелә. Ул  яңы полис һатып алыусыларға ҡағыла. Гражданин авария осрағында страховкалаусы компанияға мөрәжәғәт итә. Улар артабан ремонт эшләргә тейеш техник хеҙмәтләндереү станцияһына йүнәлтә. Төҙөкләндереү сифатына дәғүәләр булһа, ОСАГО компанияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк була».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку