Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһы предприятиеларының береһендә ҡеүәтле проект уңышлы ғәмәлгә ашырылды 09.09.2014

«Каустик» производствоһының азот-кислород цехында һауа айырыусы яңы ҡоролма сафҡа инде. Бының өсөн   бер миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп ителгән.

Яңы ҡороманы файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының 1-се урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов ҡатнашты. Уның әйтеүенсә, бындай күләмле проект республика өсөн оло әһәмиәткә эйә. Сөнки яңы цех ярҙамында етештерелгән азот һәм кислород күләме бер нисә тапҡырға артасаҡ. Шуға ла  компания  хәҙер  үҙ ихтыяждарын тулыһынса ҡәнәғәтләндереү менән бер рәттән, газ һәм нефть тармағында эшләүсе башҡа сәнәғәт предприятиеларын да химик ҡатнашмалар менән тәьмин итә аласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика