Бөгөн Өфөлә йәштәр инновация форумы асылды 08.10.2014

Абруйлы сарала Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ингән илдәрҙең йәш фән эшмәкәрҙәре ҡатнаша.

Бында Башҡортостандан тыш, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡытай вәкилдәренең фәнни асыштары күрһәтелә. Еңеүселәр өс номинация буйынса билдәләнә. Форумды йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Башҡортостан Хөкүмәте ойошторған.

Өс төҫтәге яҡтыртыу ҡоролмаһы - үҫемлектәр донъяһы өсөн ысын мөғжизә, тип иҫәпләй йәш ғалим Илшат Кәримов. Әле теплицаларҙа 500-600 ваттлыҡ юғары баҫымлы натрий лампалары ҡулланыла, был ҡайһы бер үҫемлектәр өсөн ҡулай түгел. Ә диод ярҙамында яҡтыртыусы яңы ҡоролма бөтә йәшелсә-емешкә лә ярай, ул өлгөрөү ваҡытын ҡыҫҡартырға ла, уңышты арттырға ла булышлыҡ итә, электр энергияһы ла әҙ сарыф ителә.

Йәштәр форумында төрлө тармаҡтарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән ошондай 5 тиҫтәнән ашыу инновация проекты тәҡдим ителә. Берәүҙәр виртуаль донъяға сәйәхәт ҡылһа, икенселәре сәнәғәт тармағына яңылыҡтар индереүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов форумда ҡатнашыусыларға республика Президентының ҡотлау сәләмен һәм теләктәрен еткерҙе. Бөгөн йәш ғалимдар алдында иҡтисадты, нанотехнологияларҙы, энергетиканы һәм башҡа тармаҡтарҙы яңы баҫҡысҡа күтәреү бурысы тора, тиелә унда. Сара сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр, кәңәшмәләр, оҫталыҡ дәрестәре үтте.

Форум сиктәрендә республиканың барлыҡ юғары уҡыу йорттарында ла фәнни асыштар экспозицияһы әҙерләнде. Мәҫәлән, Өфө дәүләт авиация техник университеты ҡунаҡтарға осоштар менән идара итеү үҙәген, 3Д технологияларҙы күрһәтһә, Башҡорт дәүләт университетының йәш ғалимдары төҙөлөш һәм медицина өлкәһендә ҡулланыла торған инновация проекттары тәҡдим итә. Улар араһында утта янмай торған еңел блоктарҙы билдәләргә мөмкин. Фитозан ярҙамында эшләнгән пленканы иһә медицинала яраларҙы бөтәштереү өсөн ҡулланырға мөмкин, уны нанобинт тип атарға ла була.

Йәштәрҙең инновация форумы өс көн дауам итә. Ошо ваҡыт эсендә төрлө төбәктәрҙән килгән ғалимдар бер-береһенең инновация проекттарын өйрәнә, тәжрибә уртаҡлаша, ҡунаҡтар өсөн бай мәҙәни программа ла ҡаралған.

Рәмзиә Кәримова


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика