Бөгөн Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙа 2015 йылдың бюджет проекты ҡарала башланы 03.10.2014

Уға ярашлы, бюджет дефициты 14 миллиард һум тәшкил итәсәк.

Күҙаланыуынса, бюджет сығымдарының 90 процентҡа яҡыны социаль өлкәгә, шул иҫәптән 24 маҡсатлы дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуға тотоноласаҡ. Бынан тыш, Рәсәй Президентының май Указдарын үтәү ҙә дауам итәсәк. Дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 5,5 процентҡа артыр тип көтөлә. Аҡсаның маҡсатҡа ярашлы тотонолоуы айырым контролдә буласаҡ. Был йәһәттән финанс министрлығында махсус бүлек булдырыласаҡ. Дөйөм алғанда, йылдың төп финанс документы тотороҡло иҡтисади үҫеш шарттарына яраҡлаштырылған. Әлегә алдағы йыл бюджеты хаҡында закон проекты республика парламенты комитеттарында тикшерелә. Өсөнсө уҡыуҙа ул йыл аҙағында раҫланасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика