Бөгөн «Башнефть»тең республикалағы барлыҡ заправкаларында ла яғыулыҡҡа хаҡ төштө

Бөгөн «Башнефть»тең республикалағы барлыҡ заправкаларында ла яғыулыҡҡа хаҡ төштө 12.12.2015

Был турала компанияның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Уға ярашлы, «Нормаль-80», «Регуляр-92» һәм ATUM-92 бензиндары 30 тингә, ә «Премиум-95» - 50 тингә кәмене. Дизель яғыулығына хаҡ шул килеш ҡала. Үҙгәрештәр  донъяла нефть продуктарына биржа хаҡтарының түбәнәйеүе менән аңлатыла. Әйткәндәй, нефттең хаҡы киләсәктә 30 долларҙан да түбәнерәк булыуы ихтимал.  Бөгөн Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов белдереүенсә,  илдең  2016 йылғы  бюджетында нефть барреленә 50 доллар кимәлендә иҫәпләнгән. Әлегә ул - 36-37 доллар. Шуға ла министр был өлкәләге хәл тағы ла насарайған осраҡта камиллашыуҙың яңы сценарийҙарын уйларға кәңәш итте. Бер йыл элек нефть  40 баррелдән дә түбәнерәк тәгәрәйәсәк тигән һүҙҙәр көлкө кеүек тойолор ине. Хәҙер иһә был ысынбарлыҡ, тине Антон Силуанов.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку