Бөгөн Башҡортостанда Рәсәй автомобиль страховкалаусылар союзының берҙәм агенты аша ОСАГО полистары һатыла башланы

Бөгөн  Башҡортостанда Рәсәй автомобиль страховкалаусылар союзының берҙәм агенты аша ОСАГО полистары һатыла башланы 30.08.2016

Рәсәйҙә был системаға республика етенсе булып ҡушылды. Берҙәм агент хеҙмәте  Күмертау ҡалаһында ла эшләй башланы. Был төбәктә страховка полистары яҙҙан бирле һатылмаған. Тәүҙә «Россгострах» бланктар аҙлығына һылтанып клиенттар ҡабул итмәһә,1 августан филиалдын лицензияһының мөҙҙәте туҡтатылған.

Владимир Кондрашов Күмертауҙа  автоһәүәҫкәрҙәр араһында билдәле кеше. Уға  яуаплы эш йөкмәтелгән. ОСАГО полисы алырға сиратҡа тороусыларҙы ул журналға теркәй. Сиратҡа баҫҡан кеше көн һайын килеп үҙен билдәләп китә. Автогражданлыҡ яуаплылығын  мотлаҡ страховкалау полисы алырға теләүселәр күп, тик ҡәҙерле ҡағыҙ күптән  һатылмай.
Владимир Кондрашов, автоһәүәҫкәр: «Был журнал өсөнсөһө инде. Майҙан бирле полис ала алмаусылар бар. Страховка булмаһа ла йәй буйы машинала йөрөнөм. Полиция хеҙмәткәрҙәре хәл менән таныш, шуға аңлап ҡарайҙар. Штраф яҙған саҡтары ла була инде».
Страховканы майҙан бирле көтөүселәр ҙә бар. Ойошма тәүҙә бланктар булмауынан компания клиенттар ҡабул итмәй, ә август башынан инде «Россгострах»тың төбәктәге филиалының лицензияһының мөҙҙәте сыға.
Ишектә  компанияның   республикалағы башҡа ҡала һәм район үҙәктәрендәге   адрестары яҙылған исемлек тора. Водителдәр страховка юллап йөрөп ҡараған, әммә бушҡа ғына.
Көйөргәҙе районының Яңы Таймаҫ ауылында йәшәүсе Спартак Хөсәйенов Осаго полисы алыу өсөн журналда сират буйынса 362-се булып теркәлде. Районда йәшәүселәр көн һайын килә алмай, шуға уларҙы айырым билдәләйҙәр. Спартак бөгөн Берҙәм агент полис һата башлауы тураһында ишетеп килгән.
Һуңғы йылдарҙа  автогражданлыҡ яуаплылығын теркәү баш бәләһенә әйләнде. Был өлкәлә тәртип урынлаштырыу өсөн Рәсәй автомобиль страховкалаусылар берлеге яңы система индерҙе. Союзда торған 69 компания полистарын Берҙәм агент аша төбәктәге страховкалаусы ойошмалар  һатыу хоҡуғы алды.  
Программа Краснодар крайында, Ростов, Волгоград, Силәбе , Мурманск һәм Иванов өлкәләрендә эшләй, исемлеккә Башҡортостан менән Татарстан, Архангель өлкәһе лә өҫтәлде.  Республикала был мәсьәләне хәл итеүҙе  Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов үҙ күҙәтеүенә алды.
Хәл киҫкенләшкәс, айырыуса Күмертауҙа, ундай вәкәләттәребеҙ булмаһа ла,  беҙ был мәсьәләне хәл итеүҙә ҡатнашырға булдыҡ. Үҙәк банкка мөрәжәғәт иттек. Инициативаға яуап ыңғай булды. Башҡортостан был экспериментта ҡатнашасаҡ һәм страховкалаусылар уны тиҙ үҙләштерер, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Цитата тамам.
Ирина Голованова, Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары: «Осаго полисы менән проблема мартта башланды. Ҡалалағы автостраховкалау компаниялары китте, унан инде Росгосстрах та был эшмәкәрлеген туҡтатты. Беҙ финанс һәм мөлкәт  департаменты етәксеһенә мөрәжәғәт иттек. Артабан  республика премьер-министры ҡатнашлығы менән проблема хәл ителде.  Яңы система буйынса осаго һатыу ҡалала бөгөндән  башлана».
Яңы система әлегә  яҡшылап үҙләштерелмәгән һәм сират та тиҙ ҡуҙғалырлыҡ түгел, шулай ҙа водителдәр альтернативаға ҙур өмөттәр бағлай.
Ниһайәт,төштән һуң яңы  система эше яйға һалынды. Күмертауҙа страховка компанияһы тәүге клиенттарҙы ҡабул итә башланы. Был система буйынса  полисты төбәктәге страховка ойошмалары  Рәсәй автомобиль страховкалаусылар  союзында торған компанияларҙың полистарын  һата. Әле ыңғай һәм кире яҡтары тураһында һүҙ йөрөтөргә иртәрәк. Шуныһы мәғлүм,  водитель страховкалаусы компанияны үҙе һайлау хоҡуғынан мәхрүм. Базала булған компания  уға  птс номерын индереү менән  осраҡлы рәүештә һайлана.  
Берҙәм агент хеҙмәтенең эшмәкәрлеге менән Рәсәй автомобиль страховкалаусылар союзының Интернеттағы рәсми сайтында танышырға була. Әйткәндәй, система бөгөн Өфөлә лә эшләй башланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку