Ҡайҙа беҙҙең эш хаҡы

Ҡайҙа беҙҙең эш хаҡы 12.01.2018

Өфөнөң «Регион-безопасность» шәхси һаҡ хеҙмәте ҡарауылсылары 4 ай  аҡса күргәнебеҙ юҡ, тип зарлана. Прокуратура хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иткәс боҙ урынынан ҡуҙғалды, әммә бурыс тулыһынса ҡапланманы, ти улар. Дөйөм алғанда республикала хеҙмәт хаҡы буйынса мәсьәлә киҫкенләшкәндән киҫкенләшә.

Шәхси һаҡ хеҙмәтенең элекке ҡарауылсылары Ольга Горшунова менән Гөлшат Третьякова хәҙер предприятие етәкселеген ҡарауыллай. Маҡсат - эш хаҡы буйынса бурысты ҡайтарыу . Намыҫ менән башҡарылған эш өсөн  беҙгә аҡса түләнмәгәс, йән әсей тип зарлана ханымдар.
Тәүҙә предприятие етәкселеге дәғүә белдереүсе ханымдарҙы күрергә лә теләмәне. Ишектәрен нығытып бикләп улар менән аралашыуҙан баш тартты. Әммә бер аҙҙан һаҡ хеҙмәте етәксеһе элекке хеҙмәткәрҙәренә һүҙ ҡушырға йөръәт итте. Әммә бик дорфа ғына итеп.
Эш хаҡы буйынса бурыстарҙың барлыҡҡа килеүен предприятие вәкиле һалымға киткән сығымдар менан аңлатырға тырышты.
Ҡарауылсылар иһә был аҡланыуҙарҙы етдигә алмай. Дәғүәләрен улар артабан судҡа белдерегә ниәтләй.
Өфө фанера комбинаты геүләп тора. Цехтары түгел, ә ойошма ишеге эргәһе.Станоктар тынып ҡалған. Эшселәр ризаһыҙ. Сөнки түләмәйҙәр. Өсөнсө ай улар бушҡа эшләй.Әммә түҙемлектең дә сиге була. Комбинат хеҙмәткәрҙәре килә, әммә эшләй алмай.
Был видеояҙманы беҙ былтыр декабрь айында уҡ төшөргәйнек.Комбинат етәкселеге ул ваҡытта банк кредиты юллап булһа ла эш хаҡын түләргә вәғәҙә биргәйне. Әммә  ысынында хеҙмәткәрҙәр менән тулыһынса иҫәпләшмәгән.Комбинат башҡа милексегә һатылған.Дөйөм алғанда әле республикала эш хаҡы түләнмәү осраҡтары  арта бара. Бурыстарҙың күпселек өлөшө  бөлгөнлөккә төшкән предприятиеларға тура килә.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Башҡортостанда 167 предприятиела эш хаҡы ваҡытында түләнмәй. Бурыстарҙың дөйөм күләме 500 миллион һумға яҡынлаша. Мәсьәләнең артабан киҫкенләшеүен иҫкәртеү маҡсатында тәртип һаҡлау органдары намыҫһыҙ етәкселәргә ҡарата етди саралар  күреләсәк, тип белдерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку