«Ауыл ризығы»

«Ауыл ризығы» 17.03.2016

Иглин районындағы ошо исемдәге ойошмала ярымфабрикаттар етештерелә, тиҙҙән колбаса цехы сафҡа инер тип көтөлә. Бөтә продукция «Ғәбиҙҙуллин» крәҫтиән-фермер хужалығында аҫыралған мал итенән бешерелә. Сифатлы, тәмле үҙебеҙҙә етештерелгән продукция магазин кәштәләрендә оҙаҡ ятмай.

Ит ҡырҡыу яуаплы эш. Уны ойошма етәксеһе үҙе башҡара.   Иглин районындағы крәҫтиән-фермер хужалығында  аҫыралған малды ҡайҙа илтеп һатырға тигән һорау тормай. Радик Ғәбиҙуллин итте  эшкәртеп баҙарға сығарыуҙы ла яйға һалған.
Фермер яҡташтары өсөн ундан ашыу  яңы эш урыны булдырған. Улар тәмлекәстәрҙе  борондан килгән   рецепттар буйынса әҙерләй. Ярымфабрикаттарға һалынған  ит  сифаты өсөн борсолаһы түгел.  Ваҡ бәлештәр, билмәндәр, бөтәһе егерме биш төр продукция   етештерелә. Тиҙҙән колбаса цехы сафҡа инер тип көтөлә.
Һуңғы ваҡытта  тикшереү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, ситтән килтерелгән колбаса составының 75 проценты төрлө ҡатнашмаларҙан тора. «Ауыл ризығы»нда   ул тик  саф иттән буласаҡ.  
Мал аҫырау  менән бер рәттән продукцияны баҙарға сығарыуҙы    хәстәрләү көн талабы. Бәләкәй  һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереп ошондай ойошмалар булдырыу һәм халыҡ өсөн сифатлы ризыҡ әҙерләү  милләт һаулығын ҡайғыртыу тигән һүҙ. Әгәр  төбәктәрҙә үҙебеҙҙә етештерелгән  продукция һатыуға сығарылһа, ҡулланыусы эре супер,  гипермаркеттарҙа тәҡдим ителгән  яртылаш химия ҡушылған аҙыҡ-түлеккә  түгел, ә күнегелгән «Ауыл ризығы»на өҫтөнлөк бирәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика