Асылыкүлдә турист-рекреация кластеры барлыҡҡа килә 26.07.2017

Бөгөн республика Хөкүмәтендә төбәктә туризмды үҫтереү мөмкинлектәренә арналған кәңәшмә үтте. Ултырышҡа Хөкүмәт Премьер-мнистры урынбаҫары Фәрхәд Самедов рәйеслек итте. Уның фекеренсә, был йүнәлештә эште системалы алып барыу мөһим. Тиҙҙән күл биләмәһендә  шифахана-курорт комплексы, ҡунаҡхана, тау саңғыһы үҙәге, яхта клубы һәм этноауыл барлыҡҡа килергә тейеш. Шифахана паркын үҫтереүгә арналған "юл картаһы" әҙерләнгән.

Проектты бойомға ашырыу өсөн инвестор ҙа табылған. Тармаҡ министрлығы һәм ведомстволары мәсьәлә менән ҡыҙыҡһыныусы  барлыҡ ойошмалар менән осрашыуҙар үткәрелгән. Әле ер бүлеүгә әҙерлек бара. Асылыкүл республиканың тәбиғәт паркы, шуға ла экологик хәлде даими күҙәтеүҙә тотоу, һыуҙың бысраныуына юл ҡуймау мөһим, тигән фекерҙә проектҡа башланғыс биреүселәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика