Артығын түләргә әҙер түгелбеҙ

Артығын түләргә әҙер түгелбеҙ 30.11.2015

Сипайлово биҫтәһенең Ковшова урамындағы йортта йәшәүселәр торлаҡ коммуналь хужалыҡ өлкәһендә күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең хаҡы менән килешмәй. Дөйөм йорт ихтияждары өсөн тотонолған һыу һәм башҡа ресурстар фатирҙағы иҫәп ҡоролмаларындағы күрһәткестәр менән тап килмәй тип зарлана улар.

Рафиҡ Ҡоләхмәтов  ҡулланылған һыу, йылылыҡ һәм электр утының иҫәбен яҡшы белә. Ике кеше өсөн ул әллә ни юғары булырға тейеш  түгел.  Әммә квитанцияларға ҡараһаң әйтерһең беҙ баҡса һуғарған кеүек күренә, ти фатир хужаһы.
Фатир хужаларының  береһе лә квитанциялағы хаҡтар менән килешмәй. Дөйөм йорт ихтияждары өсөн күрһәткестәр кәм тигәндә мең ярым һумға арттырылып яңынан иҫәпләнгән.
Хаҡтарҙы арттырып яңынан иҫәпләүҙе йорт комитеты рәйесе Виктор Бакалов үҙенсә аңлатырға тырышты.
Виктор Бакалов, йорт комитеты  рәйесе: «Мәсьәләнең асылы иҫәпләү ҡоролмалары менән бәйле. Улар һәр фатирҙа һәм йорттоң подвалында тора. Күрһәткестәрҙәге айырма иһә квитанцияларҙа сағылыш таба».
Ковшова урамындағы йорт баш ҡаланың Октябрь районына ҡараған Сипайловоның торлаҡ коммуналь хужалыҡ предприятиеһы ҡарамағында.  Ойошма етәкселеге дөйөм йорт ихтияждарына тотонолған ресурстарға хаҡтар артыуын ҡайһы бер фатир хужаларының күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн ваҡытында иҫәпләшмәүе менән бәйләй.
Наталья Ғабдраханова, «Сипайлово» торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеһының бүлек етәксеһе: «Күптәр иҫәпләү ҡоролмаларындағы күрһәткестәрҙе ваҡытында теркәмәй. Был да дөйөм йорт бурысына йоғонто яһай».
Һәр йортта әлбиттә намыҫһыҙ ҡулланыусылар байтаҡ, әммә уларға япһарып, тотош йортта йәшәүселәрҙе  бурысҡа батырыу әлбиттә тикшереү талап итә. Тотош ҡалала ошоға оҡшаш хәлдәрҙең артыуын иҫәпкә алғанда мәсьәлә кисекмәҫтән хәл итеүҙе көтә тип билдәләй белгестәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку