Ҡариҙелдә яңы күпер төҙөлөшө башлана 10.03.2017

Март аҙағында  объекттың тәүге терәүе ҡуйыласаҡ. Өфө йылғаһы аша һалынасаҡ был ҡоролма «Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы» автомобиль юлы төҙөлөшө проектына инеүе менән дә отошло. Уның сиктәрендә 2019 йылда Ҡариҙел ауылы янынан яҡынса ун cаҡрым урау юл да файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Абыҙ ауылында йәшәүсе Фәриҙә Хафизованың борсолоуы юҡҡа түгел. Өфө йылғаһының һул яҡ ярында йәшәүселәр ҡышҡыһын Ҡариҙел ауылына тиклемге араны боҙ өҫтөнән йөрөһә, яҙлы-көҙлө катер, паромдарҙа йөҙөп сығырға мәжбүр. Йәйгә хәл күпкә еңеләйер тип көтөлә, сөнки урында понтон күпер һалына. Әммә иң ҡурҡыныс һәм хәүефле осор - алда әле. Боҙ киткән мәлдә ауылға юл өҙөлә. Район үҙәгендә белем алған Абыҙ ауылы уҡыусылары ла  яҙғы каникулға ваҡытынан алдараҡ сығыуға күнегеп бөткән.
Миҙгелдәр алмашҡан һайын ике ауыл араһын яңынан-яңы ысулдар ярҙамында үтеү урындағы халыҡты күптән ялҡытҡан. Ә бит район үҙәгенә башҡаса эләгеп булмай. Бәхеткә, был киҫкен проблема ваҡытлы ғына.
Өфө йылғаһының һул яҡ ярында йәшәүселәр тиҙҙән Ҡариҙел ауылын урап йөрөй башлаясаҡ. Йылға аша 328 метр оҙонлоҡта яңы күпер һалыу күҙаллана. Проект буйынса, ул 2019 йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.
Март аҙағында яңы ҡоролманың тәүге терәүен ҡуйыу күҙаллана. Иң мөһиме, был эштәр «Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы» автомобиль юлы төҙөлөшө проекты сиктәрендә башҡарыла. Уға ярашлы район үҙәген уратып яҡынса ун километрлыҡ яңы трасса барлыҡҡа киләсәк.  
Әлегә айырым участкаларҙа төҙөлөш эштәре башланған да инде. Маршрут буйынса урман ҡырҡыу эштәре тамамланған, хәҙер ерҙе ауыр техника ярҙамында тигеҙләү бурысы тора.
Шулай ҙа Ҡариҙел районының географик урынлашыуы төҙөлөш эштәрен алып барыу өсөн ҡатмарлы тиергә була. Ер өҫтө ҡатламы төрлө. Ҡайһы саҡ быраулау-шартлатыу алымдарын да ҡулланырға тура килә.
Ҡариҙел районында яңы күпер һәм урау юл төҙөлөшөн 2019 йылда тамамлау бурысы юҡҡа ғына ҡуйылмаған. Был күләмле проект  Башҡортостан республикаһының ойошторолоуына 100 йыл тулыу айҡанлы тормошҡа ашырыла. Финанслау төбәк һәм федераль бюджеттан килә. Яҡынса бер миллиард 700 миллион һумлыҡ сығымдар буласаҡ. Әйткәндәй, юл төҙөүселәр хозур тәбиғәт ҡосағында хеҙмәт бурысын үтәүгә үҙҙәре үк ҡыуана. Бульдозерсы Наил Байназаров ун һигеҙ йыл эсендә республиканың төрлө төбәгендә юл һалыуҙа ҡатнашҡан, Ҡариҙелдә эшләү ҙә ҙур кинәнес, ти ул.
Дөйөм алғанда, «Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы» автомобиль юлының оҙонлоғо яҡынса 60 километр буласаҡ, был проектты тулыһынса тормошҡа ашырыуға биш йыл ваҡыт бүленгән. Ҡариҙел ауылы янынан яңы трасса һалыу иһә Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҙәк райондар менән берләштереүгә тәүге аҙым ғына. Киләсәктә  оло юл М-5, М-7 федераль трассаларына, «Яңауыл» станцияһы», Бөрө һәм Дүртөйлө йылға порттарына әйҙәйәсәк.
Ҡариҙел районы өсөн яңы күпер һәм урау юл төҙөлөшө кешегә һыу һәм һауа кәрәк булған кеүек мөһим. Проект тормошҡа ашырылһа, төбәктең социаль-иҡтисади хәле тағы ла яҡшырасаҡ. Ни тиһәң дә, ауыр техника йылға аша йыл әйләнәһенә үтә аласаҡ. Был урман сәнәғәтен, ауыл хужалығын үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр асыла тигән һүҙ. Иң мөһиме - гүзәл тәбиғәт ҡосағына туристарҙы йәлеп итеүгә перспективалар арта.
Әйткәндәй, юл төҙөүселәрҙән ҡыуаныслы яңылыҡ та бар. Ҡариҙелдә яңы күпер һәм урау юл асыу тантанаһы киләһе йыл аҙағында уҡ булыуы ихтимал. Төҙөлөш эштәренең башланыуын урындағы халыҡ әленән үк ҡыуанып күҙәтә, Өфө йылғаһы аша үткән ҡыйынлыҡтар ҙа тиҙҙән онотоласаҡ бит.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика