Һалымыңды түлә лә тыныс йоҡла

Һалымыңды түлә лә тыныс йоҡла 18.11.2015

Кире осраҡта мөлкәтһеҙ тороп ҡалыуың ихтимал. Был һүҙҙәрҙең хаҡлығына бөгөн Бүздәктәге бер эшҡыуар инанды. Йүнсел ер һалымы буйынса 500 мең һумдан ашыу бурыс туплаған, ләкин уны түләргә ашыҡмаған. Һөҙөмтәлә, суд ҡарары буйынса уның мөлкәтенә арест һалынды.

Афзал Ишбаев 10 йылдан ашыу хужалыҡ иткән келәтен бәлки һуңғы тапҡыр асып инәлер. 2004 йылда ул бинаны ер участкаһы менән бергә һатып ала. Келәтте ҡуртымға бирә, сауҙа менән шөғөлләнә башлай. Ләкин 2008 йылда ерҙең кадастр хаҡы үҙгәреү сәбәпле, һалым күләме лә бермә-бер артты, тип хәтерләй Афзал Ишбаев. Бынан ары ул ер һәм бина өсөн йылына 300 мең һум түләргә тейеш була.
Бөтә бәлә бинаның рәсми тәғәйенләнешендә ти эшҡыуар. Документтарға ярашлы ул сауҙа эшмәкәрлеге өсөн ҡулланыла, ысынында иһә келәтте был йүнәлештә файҙаланып булмай, ул иҫке, емерек тә ти йүнсел. Һалым ставкаһы ла ошо тәғәйенләнеш буйынса иҫәпләнгәнгә күрә юғары. Тик суд ҡарар сығарған, мөлкәткә арест һалына.
Станислав Шефер, Бүздәк районының суд приставтары бүлеге етәксеһе: «Эшҡыуарҙы бурысын түләү кәрәклеге тураһында күп тапҡырҙар иҫкәрттек, ләкин ул быны эшләмәне. Бөгөн рейд сиктәрендә келәткә арест һалып, опись яһайбыҙ».
Әйкәндәй, Афзал Ишбаевтың һалым буйынса бурысы тотош район бурысының 80 процентын тәшкил итә. Һалым инспекцияһы был категория граждандар менән тығыҙ эш алып бара. Был йүнәлештә яңы алымдар ҙа өҫтәлә. Мәҫәлән, былтыр июль айынан алып һалым инспекцияһы  25 мең һумғаса сумманы бурыслы гражданиндың эш биреүсеһенән тура алыу мөмкинлегенә эйә. Ҡаҙнаны тулыландырыуҙа банктар ҙа булыша.
Дамир Имаев, Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы бүлеге етәксеһе: «Беҙ һалымдар түләмәүсенең банктарҙа булған счеттары тураһында мәғлүмәт һорай алабыҙ. Әгәр ҙә гражданин унда аҡса тота икән, ойошмаға башҡарма документ йүнәлтәбеҙ».
Участкаһы менән келәтенә арест һалынһа ла, Афзал Ишбаев бирешергә уйламай. Ул суд аша бинаны сауҙа өсөн түгел, ә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү өсөн файҙаланыуын иҫбатларға теләй. Бынан тыш, эшҡыуар ерҙең кадастр хаҡы ла 50-60 тапҡырға арттырып яҙылған ти. Шуға ла һалым суммаһы йөҙҙәрсә мең һум менән иҫәпләнә. Бындай шарттарҙа эшҡыуарлыҡ итеү мөмкин түгел, тигән фекерҙә йүнсел.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку