Ҡала халҡына сифатлы аҙыҡ-түлек, ауылдыҡыларға – килем

Ҡала халҡына сифатлы аҙыҡ-түлек, ауылдыҡыларға – килем 08.10.2016

Баймаҡтың үҙәк майҙанында  ойошторолған йәрминкәлә  бер миллион  һумдан ашыу суммалыҡ аҙыҡ-түлек  һатылған.  

Тәүге йәрминкә булыуына ҡарамаҫтан  хаҡтар әллә ни юғары түгел ине.   картуф, кишер, сөгөлдөр, һуған кеүек  йәшелсәләләрҙең килоһын  16-18 һум  менән алырға  мөмин булды.    Һатыусылар һатып алыусыларға әҙерәк   ташлама ла яһап ебәрҙе. Таулыҡай ауылынан  Зилиә Исхаҡова йәрминкәгә  үҙе үҫтергән кәбеҫтәләрҙе  алып килгән.   Көҙгө  уңыштың килоһы  ун биш һум.  Бынан тыш уңған  ғаилә кәбеҫтәләрҙе Сибай, Бөрйән райондарында үткән йәрминкәләргә лә оҙатҡан.  
Уңған хужалар баҡсаларында күпләп үҫтергән йәшелсә-емешен, ит, һөт продукцияларын   һатыуға  сығара, артыҡ аҡса кеҫәне тишмәй, ти улар.  Тәүге йәрминкәгә  шулай уҡ  ит продукциялары ла  күпләп һатыуға сығарылған ине.  Мәҫәлән,   һыйыр итенең килограмы  250‐нән башланһа,   йылҡыныҡын   300-гә алып булды.  
Бал да күп, татлы ризыҡ  башҡа  райондарҙан да  килтерелгән.  Ейәнсура районынан Илнур Яҡшыбаев  йәрминкәгә  сәскә балы алып  килгән. Быйыл уңыш бигүк һөйөндөрөрлөк булманы, әммә үҙебеҙгә һәм һатыуға сығарырлыҡ бар,  ти умартасы.
Йәрминкәнән һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа ҡәнәғәт ҡалды. Ауыл  халҡы аҡса, ҡаланыҡылар ҡышҡа етерлек йәшелсә-емеш туплап ҡала.  Үҙебеҙҙең ерлектә үҫтерелгән продукция  экологик яҡтан таҙа, сифатлы булыуы менән дә айырылып тора.
Ауыл хужалығы йәрминкәләре аҙнаның һәр шәмбеһе үткәреләсәк, улар   ноябрь айына тиклем дауам итә.  


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку