Ғафури районында 2013 йылдан ата-әсә ҡарамағынан мәхрүм ҡалған һәм етем 109 бала торлаҡлы булыу бәхетенә ирешкән

Ғафури районында 2013 йылдан ата-әсә ҡарамағынан мәхрүм ҡалған һәм етем 109 бала торлаҡлы булыу бәхетенә ирешкән 12.08.2017

Әле төбәктә алтынсы күп ҡатлы социаль объект төҙөлә. Йыл аҙағына тиклем етем балалар категорияһынан тағы ла 31 кешегә сафҡа инәсәк социаль йорттан фатир асҡыстары тапшырыу ҡаралған. Бөгөнгө көндә төбәктә нисә етем бала торлаҡҡа сиратта тора?.

Поликлинникаға килеп ингән һәр кемде ихлас ҡаршы алған Айһылыу Ниғмәтуллина уҡып бөткәс, уйлап та тормай тыуған яғына эшкә ҡайта. Ата-әсә ҡарамағынан мәхрүм ҡалған ҡыҙға Красноусол ҡасабаһында фатир бирелә. Район хакимиәтенән һәр саҡ ярҙам тоям, үҙ ереңдә йәшәү генә түгел, эшләү ҙә күңелле, ти Айһылыу.
Ольга исемле ҡыҙға ла 18 йәше тулыу менән өр-яңы социаль йорттан фатир асҡысы тапшырыла. Башҡорт дәүләт университетының икенсе курс студенты педагог һөнәрен үҙләштергәс, мотлаҡ тыуған яҡҡа эшкә ҡайтам. Яңы фатирҙы ташлап ситкә китәһем, юҡ, ти ул.
Ольга Столярова, Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында йәшәүсе: «Мин үҙем шаулы ҡаланы яратмайым. Шуға ла һәр ял һайын ҡасабаға ҡайтырға тырышам. Бында саф һауа. Бер йортта туғандар кеүек йәшәйбеҙ».
Ысынлап та, йорт заманса, һәр фатирҙа йәшәр өсөн уңайлыҡтар булдырылған. Ихата тирәһе таҙа. Ошонда уҡ бәләкәстәр өсөн уйын майҙансығы булдырылған.
2013 йылдан алып районда биш социаль торлаҡ төҙөлгән. Тәүге йортта 14 ата-әсә ҡарамағынан һәм етем балаларға, шулай уҡ Бөйөк ватан һуғышының тол ҡатындарына фатир бирелгән.
Әлеге ваҡытта районда ата-әсә ҡарамағынан ҡалған йә етем 18 йәше тулған 94 кеше торлаҡҡа сиратта тора. Йыл аҙағына тиклем шуларҙың 31-нә яңы төҙөлгән социаль йорттан фатир асҡыстары тапшырыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку