Ҡабарып бешкән икмәк

Ҡабарып бешкән икмәк 18.10.2016

Хәйбулла районы үҙәгендә бынан ике йыл элек асылған икмәк бешереү цехы продукцияһына төбәктә  ихтыяж ҙур.  Халыҡ ҙур теләк менән төрлө мәжлестәргә күпләп заказдар бирә. Уңыштың сере - эшҡыуарҙың өләсәйҙәр рецебын ҡулланыуында.

Зөбәйҙә Солтанова икмәк бешереү цехы асылғандан алып ошонда эшләй. Үҙенә һәм башҡаларға ҡарата бик талапсан, уңғанлығы һәм булдыҡлылығы менән айырылып торған ханымдың  икмәктәре ҡабарып бешә.
Тәүлегенә бында 600 дананан ашыу ҡалас бешерәләр, иҫәптәре -  был күрһәткесте артабан да арттырыу. Әлегә тик яңы мейес һатып алыу мәсьәләһе генә бер аҙ тотҡарлыҡ өҫтәй, ти цех етәксеһе көнһылыу Вәлиева. Әйткәндәй, хәҙер икмәк бешереүселәр күп. Ризыҡтың теләгәнен һайлап алырға мөмкин. Ә шулай ҙа сауҙа нөктәләрендә хәйбуллалар бешергән икмәкте халыҡ сират тороп ала. Бының сере ябай -  цех хеҙмәткәрҙәренең традицион халыҡ рецебын ҡулланыуында.
Көнһылыу Мәхмүтйән ҡыҙы сауҙа өлкәһендә яңы кеше түгел,  һатыусылыҡ  - уның ҡанында. Оҙаҡ йылдар райпо системаһында эшләй, дәүләт магазиндары ябылғас, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә ҡарар итә.  
Көнһылыу Вәлиеваның цехы район етәкселеге тәҡдиме менән маҡсатлы программала ҡатнаша. 300 мең һум дәүләт ярҙамы мейескә, ҡорамал­дарға тотонола. Әлегә бина ҡуртымда, киләсәктә уны үҙ ҡарамағына алыу теләге менән яна эшҡыуар. Бында бешерелгән икмәкте район  ауылдарына ғына түгел, күрше Ырымбур өлкәһенә лә оҙатыла. Дөйөм ихтыяжды иҫәпкә алып, икмәк изделиелары ассортименты әленән-әле яңырып тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика