Аҙыҡ-түлеккә һәм хеҙмәттәргә хаҡтар арта

Аҙыҡ-түлеккә һәм хеҙмәттәргә хаҡтар арта 08.07.2014

Башҡортостан буйынса федераль статистика хеҙмәте идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы ярты йыл эсендә инфляция кимәле 0,7 процентҡа еткән. Үткән йыл менән сағыштырғанда был күрһәткес 1, 2 процентҡа артҡан. Башлыса ит һәм ит ризыҡтары ҡиммәтләнгән, ә йәшелсә -емеш иһә миҙгеленә ҡарата бер аҙ арзаная төшкән.

Ҡала баҙарында күңелеңә ятҡан йәшелсә-емеште табырға мөмкин. Теплица шарттарында үҫтерелгән ҡыяр-помидор, күрше төбәктәрҙән килтерегән картуф та бар. Бында башлыса оло йәштәгеләр үҙ баҡасаһында үҫтергән продукцияны тәҡдим итә. Федоровка ауылынан килгән Зоя ханымдың быйыл ҡурай еләге уңған. Ҡатын емеш-еләген миҙгел һайын һатыуға сығара.
Тырышып үҫтергән емеш-йәшелсәгә һатыусылар хаҡты үҙҙәре ҡуя. Аҙыҡ-түлектең хаҡы сифатына тура килә тигән фекерҙә һатып алыусылар. Әммә араларында көн һайын үҫкән хаҡтар менән ризалашмаусылар ҙа бар. Шуға ҡарамаҫтан һатыусылар эшһеҙ ултырмай. Асыҡ баҙарҙан кеше өҙөлмәй.
Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, миҙгеленә ҡарап һуған, ҡыяр, кәбеҫтә һәм помидорға хаҡтар 11 процентҡа тиклем кәмегән. Ә бына әлегә төбәктә картуф өлгөрмәү сәбәпле килограмын 25 һумға тәҡдим итәләр. Был картуф Краснодарҙан килтерелгән. Әммә белгестәр фекеренсә бер айҙан һуң уның хаҡы ла төшәсәк.
Башҡортостан статистика мәғлүмәттәренә ярашлы июлгә ҡарата инфляция 0,7 процентҡа артҡан. Атап әйткәндә һыйыр, ҡош, сусҡа ите һәм ит ризыҡтары, икмәк, йомортҡа, шәкәргә хаҡтар бер аҙға күтәрелгән. Белгестәр быны миҙгелгә хас күренеш тип иҫәпләй. Был исемлеккә электр тауарҙары, төҙөлөш материалдары, медикаменттар ҙа ингән.
һыйыр ите - 247 һум
сусҡа ите - 231 һум
тауыҡ ите - 106 һум
һөт -36 һум
ҡыяр - 40 һум
помидор - 85 һумдан 70 һумға тиклем,
кәбеҫтә - 20 һум
һуған - 30 һум
ҡабаҡ - 40 һум
картуф - 25-40 һум
Венера Ғайнанова, Федераль статистика хеҙмәте Башҡортостан буйынса идаралығының бүлек етәксеһе: «Хаҡтар башлыса аҙыҡ түлеккә күтәрлегән. Тауыҡ ите һәм йомортҡа хаҡы 10 процентҡа артты. Хеҙмәттәргә килгәндә, алыҫ юлға сыҡҡан поездарға билет, сит илгә һәм санаторийҙарға путевкалар хаҡы 3-тән 13- процентҡа тиклем күтәрелде. Уҙған йыл менән сағыштырмалы был күрһәткестәр артыҡ юғары түгел».
Миҙгелгә ҡарап йәшелсә-емеш, хаҡтар тағы ла арзанаясаҡ әле тип фаразлай белгестәр. Шулай ҙа иң кәрәкле аҙыҡ-түлек хаҡтары бер ай эсендә 30 процентҡа арта икән, Республика Хөкүмәте уны үҙе билдәләй ала. Был сауҙаны көйләү тураһындағы федераль закон менән нығытылған.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика