Аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың кинәт күтәрелеүе дөйөм туҡланыу өлкәһенә лә ҡағылды 18.02.2015

Бигерәк тә  дотацияға ҡарап торған мәктәптәрҙә үҙгәреш ныҡ һиҙелде. Уҡыусыларға ҡайнар аш күпмегә төшә һәм өҫтәлгә нимәләр бирелә?

Туҡланыу мәсьәләһе мәктәптәрҙә нисек ҡуйылған, барыһы ла ашханала ашай аламы- ошо һорау менән беҙ ҡаланың өсөнсө мәктәбенә юландыҡ.  Белем усағында  682 уҡыусының 200-ҙән ашыуы льгота менән файҙалана. Был төркөмгә ингән балалар комплекслы туҡлана. Ҡалған уҡыусыларға дәүләт тарафынан  ни бары бер һум 73 тин дотация ҡаралған. Уларҙың туҡланыуы өсөн  ата-әсәләр түләй.
Мәктәп ашханаһын  һауыт-һаба менән тәьмин итеүҙә лә дәүләт ярҙамы юҡ кимәлендә. Мәсьәлә өсөнсө мәктәптә ата-әсәләр көсө менән хәл ителгән.
Ашнаҡсылар аш-һыуҙы  төрләндереп бешерергә тырыша. Аҙыҡ артып ҡалып әрәм булмай,ти улар. Төп аҙыҡ-түлек - икмәк, ит кеүек ризыҡтарға хаҡ артыуы ризыҡты самалап тотонорға мәжбүр итә.
Балаларҙы витаминлы ризыҡтар менән тәьмин итеүгә мәктәп яны баҡсалары  булышлыҡ итә ала. Күтәрелгән хаҡтар һәм мәктәптә туҡланыуға бүленгән аҡса араһындағы тигеҙһеҙлек балаларҙың сәләмәтлегендә сағылмаһын өсөн был мәсьәләне хәл итеү талап ителә.
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика