Аҙыҡ-түлек төрҙәрен Рәсәйгә индереүҙе сикләү тураһындағы мәғлүмәт көн ҡаҙнаһы уртаһында «ҡайнай»

Аҙыҡ-түлек төрҙәрен Рәсәйгә индереүҙе сикләү тураһындағы мәғлүмәт көн ҡаҙнаһы уртаһында «ҡайнай» 08.08.2014

Был иһә урында етештереүселәргә яңы мөмкинлек асыр тип көтөлә. Белгестәр ауыл хужалығы тармағының алға барасағын билдәләй. Һатып алыусы өсөн дә ыңғай күренеш. Социаль селтәрҙәрҙә лә «Үҙеңдекен һайла, үҙебеҙҙекен һатып ал!» тигән һүҙбәйләнештәр йышайҙы. Ә инде Европа һәм Төньяҡ Америка илдәре килтерелгән зыян күләмен иҫәпләй. Был Европа халҡында  айырыуса һиҙеләсәк.

Ябай һатып алыусылар ил Президентының ҡарарын тулыһынса  хуплай. Әлегә тиклем сит илдәрҙән индерелгән продукция үҙебеҙҙә лә етерлек, ти улар. Һөт һәм ит ризыҡтары етештерелә, емеш-еләкте лә хәҙер Азия баҙарынан килтергә мөмкин. Европа иһә йыш ҡына Рәсәй һатып алыусыһына икенсе сифаттағы тауар оҙатып килде, өҫтәүенә, улар юлда боҙолоп юҡҡа сыға, тигән фекерҙә улар. Шуға ла ябай халыҡ санкцияларҙы хуплап ҡабул итеүен белдерҙе.
Өфө районының «Ал елкәндәр» лагеры етәкселеге фекеренсә,  был санкцияларҙың ҡабул ителеүе бары тик Голландияла үҫтерелгән емеш-еләктәрҙән генә ситләтә. Сөнки улар һөт ризыҡтарын, әлбиттә, үҙебеҙҙә - Башҡортостанда етештерелгәнен һайлай. Шул уҡ ваҡытта картуф Мысырҙан, дөгө Һиндостандан килтерелә. Ә инде ит продукцияһы Бразилияныҡы. Лагерь Көньяҡ Америка иле менән ике йылдан ашыу хеҙмәттәшлек итә. Аҙыҡ-түлекте тәҡдим итеүсе лә үҙ хоҡуҡтарын яҡшы белә, ти үҙәк етәкселеге. Ныҡлап туңдырылған һыйыр ите өс тәүлек эсендә килеп етә.
Ейәнсура районының «Маяҡ» хужалығында 350 баш һыйыр малынан ни бары 120-е һауыла. Эсемлек башлыса күрше һөт заводына оҙатыла. Юғарылағы санкцияларҙың ҡабул ителеүе предприятие эшен яйға һаласаҡ, эшмәкәрлектең дә үҫеше һиҙеләсәк, тигән фекерҙә фермер.
Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, эмбарго исемлегенә ингән илдәрҙән килтерелгән продукция Рәсәй аҙыҡ-түлек баҙарында әллә ни ҙур урынды биләмәй. Рәсәйлеләргә 14% емеш-еләк, 13% балыҡ һәм сусҡа ите,  ҡош ите  - 8, йәшелсә тик 5% ҡына тура килә. Ә инде һыйыр ите һәм һөт ризыҡтары 2% биләй. Әгәр инде урындағы аграр комплекс тиҙ арала продукция күләмен арттырмаған хәлдә, Рәсәй уларҙы тыйылған илдәр исемлегенә инмәгән төбәктәрҙән аласаҡ.
Иҡтисадсы Динара Пескова был үҙгәрештәрҙе иҡтисади яҡтан түгел, ә сәйәси күҙлек аша баһалай. Сөнки тыйыуҙар ни бары ҡыҫҡа мөҙҙәтле булыуы шик тыуҙыра, тигән фекерҙә ул. Ихтыяж юғала, ҡайһы бер тауарҙарға хаҡ артасаҡ.
Динара Пескова, иҡтисад фәндәре докторы: «Минең уйымса, был йөкләмә сәйәси сәбәптән, ә иҡтисади яҡтан түгелдер. Әгәр ҙә тыйыуҙар ҡыҫҡа мөҙҙәтле булған осраҡта сауҙа эшмәкәрлегендә кире йоғонто яһаясаҡ».
Ҡала магазиндарында ла шау-шыу күҙәтелмәй. Халыҡ та урындағы продукцияға өҫтөнлөк бирә.
Сикләүҙәр арҡаһында Польшаның ғына зыян күләме 800 миллион долларға барып етәсәк. Ә инде Норвегияның төп балыҡ етештереү тармағының, кем белә, бәлки бөтөнләй эше туҡталыр. Сөнки был продукцияның 70 проценты быға тиклем Рәсәйгә оҙатылған. Көнбайыштың санкцияларына яуап итеп индерелгән тыйыуҙар шуға ла һөҙөмтәле булыр тип, өмөт итә сәйәсәт белгестәре. Ҡушма Штаттарҙың кеҫәһендә бик үк сағылмаһа ла, Рәсәйҙә ҡабул ителгән ҡарар Европа фермерҙары һәм ундағы түрәләргә төплө уйланырға форсат бирер, ти улар.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика