Аҡса иҫәп, аҡыл үлсәү ярата 16.11.2016

Әммә боронғоларҙың был һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмаусылар табылып тора. Өфөлә  юғары процент вәғәҙә иткән кооперативҡа аҡса һалып алданған тағы ла бер төркөм асыҡланды. Ике йыл самаһы элек улар хәләл көсө менән эшләп алған финанстарын Минһажев урамындағы «Кредит партнерлығы» тип аталған офисҡа килтерә. Килешеү буйынса ай һайын процент алыр урынға бөгөн улар төрлө истанциялар тупһаһын тапарға мәжбүр.

Өфөлә йәшәүсе Рафаэль Фәттәхетдинов ҡала ситендәге баҡсаны һатыуҙан килгән аҡсаһын процентҡа һалырға була. Тап ошо мәлдә уның иғтибарын йылына 45 процент вәғәҙә иткән иғлан йәлеп итә. Адрес буйынса ул Минһажев урамындағы 129-сы йортҡа килә. Офиста ултырған хеҙмәткәр клиентҡа алтын тауҙар вәғәҙәләй. Әммә ысынбарлыҡта кассаға индерелгән 300 мең һумдан елдәр оса.
Эштең көтөлмәгәнсә боролош алғанын төҫмөрләгән ир аҡсаһын ҡайтарыр өсөн таныш офисҡа килә. Ләкин был юлы кредит-ҡулланыусылар кооперативы ишегендә бөтөнләй икенсе яҙыу тора. Рафаэль Фәттәхетдинов кеүек мутлашыусылар тоҙағына тағы ла бер нисә кеше эләгә. Уларҙың күбеһе оло йәштәгеләр ине, тип хәтерләй әле лә һаҡсы булып эшләүсе Рөстәм Шиһапов.
Белгестәр юғары проценттар вәғәҙә итеүсе кооперативтарҙы урап үтергә кәңәш итә. Сөнки бындай  офистар хәйләкәр психологтарҙан тупланған. Тап улар клиенттарҙың ышанысын тиҙ яулай, шулай уҡ бушлай сырҙың тик ҡапҡанда ғына булыуын да оноторға ярамай.
Бындай кооперативтарҙан алданған кешеләргә иһә тейешле органдарға ғариза яҙып үҙҙәренең хоҡуҡтары өсөн көрәшергә генә ҡала. Тоҙаҡҡа эләккән Рафаэль Фәттәхетдинов та туҡтап ҡалырға йыйынмай. Мутлашыусыларҙы ҡулға алыу өсөн Сталин ғына етмәй, ти ул. Һәр хәлдә, ир үҙенең фатир ишеге башына хәрби һәм партия эшмәкәренең фотоһүрәтен элеп ҡуйған да инде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика