Аҙна яңылыҡтары. Татлы ыҙғыш

Аҙна яңылыҡтары. Татлы ыҙғыш 14.05.2017

«Ҡарламан» ҡуйыртылған һөтөнөң тауар ярлығы буйынса сыҡҡан бәхәс судҡа тиклем барып етте. Баҡтиһәң  республикала етештереүсе Ҡарламан продуктының этикеткаһы  Омск өлкәһендә сығарылғандыҡынан айырылмай тиерлек. Тәү ҡарашҡа, шул уҡ аҡ һәм күк төҫтәр, һөт тултырылған   көршәк һәм алмағас сәскәһе. Омскиҙа ҡуйыртылған һөт 2013 йылдан алып сығарыла һәм улар ҙа был этикетканы рәсми теркәп ҡуйған. Ә бына Ҡырмыҫҡалының  Прибельский ҡасабаһында эшләүселәр тауар ярлығының дизайнын «Ҡарламан шәкәре» етештереүсеһенән үҙләштергән. Дөрөҫлөк кемдең яғында?  

Яҡтар уртаҡ фекергә килә алмай. Был аҙнала бәхәс буйынса сираттағы суд ултырышы булырға тейеш ине, әммә тыңлау июнь урталарына күсерелде. Ләкин аҫтыртын көрәш дауам итә. Ошо көндәрҙә Ҡарламан ҡуйыртылған һөтө дәүләт стандарттарына яуап бирмәй тип тә белдерҙеләр. Йәнәһе лә, составында крахмал табылған. Ҡарламан ҡуйыртылған һөтөн кемдәр шыйығайта? Кемдең һөтө татлыраҡ? Фәниә Юланова асыҡларға тырышты.
Күптәрҙә бала саҡты хәтерләткән тәм. Ҡарламан ҡуйыртылған һөтөнөң сифаты  тураһында һөйләп тораһы түгел. Аҡлы-күкле этикетка йәбештерелгән ҡалай банка көптәр өсөн һөт ризығының эталоны. Ваҡытында хатта татлы ризыҡты халыҡҡа етештереп өлгәртә алмай торғайныҡ, ти хеҙмәткәрҙәр.
Ләкин һуңғы арала ысын ҡарламан ризығын табыуы еңелдән түгел. Беренсенән күптән яңыртыу күрмәгән заводтың етештереү күләмдәре кәмеһә, икенсенән  уның конкуренттары күбәйә. Ҡайһы берәүҙәр хатта үҙ продукцияһын барыһына ла яҡшы таныш аҡлыүкүкле төҫтәргә буяп сығара.
Тап ошо оҡшашлыҡ арҡаһында ике етештереүсе арҡаһында бәхәс ҡупты ла инде. Омскийҙа ҡуйыртылған һөт ҡарламан бренды аҫтында  2013 йылдан алып сығарыла. Билдәле һүрәтте: күк-аҡ һәм зәңгәр нурҙарҙа төшөрөлгән көршәк, һөт тултырылған стакан менән сәскә һабағын предприятие  законлаштырған. Ә бына Прибельский ҡасабаһында эшләүселәр тауар ярлығының дизайнын «Ҡарламан шәкәре» етештереүсеһенән үҙләштергән.
Йәғни, аҡыллы уйлағанса, йүләр эшен бөтөргән. Омск предприятиеһы өлгөрөрәк булып сыҡты.  Ҡарламандар рәсми теркәмәйенсә йылдар дауамында ҡулланып, бар ил танырлыҡ хәлгә еткергән этикеткаһынан   ҡолаҡ ҡаҡты. Хәҙер иһә судлашырға ғына ҡала. Ул арала һөт урынына бәхәс ҡуйыртыла. Ҡарламан продукты сифаты дәүләт стандарттарына яуап бирмәй тип ялыу яҡтылар. Быны ла дәғүәселәрҙең бер ҡотҡоһо тип аңларға мөмкин. Ҡарламан предприятиеһы етәксеһе әйтеүенсә, крахмал беҙҙә етештерелгән ҡуйыртылған һөттә бөтөнләй файҙаланылмай.
Ә сифатҡа тикшерелгән ҡуйыртылған һөт беҙҙеке түгел, тип бара Ҡарламандар. Рәсәй сифат билдәһе хеҙмәткәрҙәре  тап оҡшаш этикеткаһына алданып башҡа ерҙә  сығарылған  продуктты тикшереүҙәре ихтимал.  Ә инде Башҡортостанда етештерелгән ризыҡтың өлгөләре ун биш ай буйы һаҡлана. Шикләнәләр икән, рәхим итеп үҙҙәре килеп инанһын, ти хеҙмәткәрҙәр.
Сифат билдәһенә тикшерелгән ҡуйы һөт, ысынлап та, Ҡарламандыҡымы юҡмы, белгестәр асыҡлаясаҡ. Ә Башҡортостан ерлегендә сыҡҡан  татлы ризыҡты етештереүселәр Рәсәй сифат билдәһе хеҙмәткәрҙәре   менән судлаша, билдәле брендын һаҡлап ҡалырға тырыша. Татлы ризыҡты  бит һәр кем дә ауыҙ итеп ҡарарға теләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку