АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Илдең транспорт министрлығы ниәте тормошҡа ашып та өлгөрмәне водителдәр әле үк ике фронтҡа бүленде

АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Илдең транспорт министрлығы ниәте тормошҡа ашып та өлгөрмәне водителдәр әле үк ике фронтҡа бүленде 26.11.2017

Ул ғына түгел, тотош йәмғиәт икегә айырылды. Берәүҙәр кеше ташыу менән тик профессионалдар ғына шөғөлләнергә тейеш тиһә, икенселәренә айырма юҡ, иң мөһиме таныҡлығы ғына булһын, тигән фекерҙә.  Был аҙнала транспорт министрлығы таныҡлыҡта водителдең һөнәри оҫталығын билдәләү тәҡдиме менән сыҡты.  Һәм эшкә алғанда тап ошо билдәгә иғтибар итәсәктәр.

Элек бит тап шулай ине. Тәүҙә  ДОСААФ,һуңынан  әрме, остаз тәрбиәһен үтмәйенсә руль әйләндереү һинең икмәгең була алмай ине. Әле иһә В категориялы таныҡлығы булғандар ҙа кеше ташыу эшенә урынлаша ала. Һөҙөмтәлә юлдарҙа тәртипһеҙлек, авариялар  һәм кеше ғүмерҙәре. Транспорт министрлығының да тап ошо етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү маҡсатында тәҡдим менән сығыуына ышанғы килә. Юҡһа бит уҡытыу алымы ла үҙгәртеләсәк. Ә был өҫтәмә килем.
Баймаҡ ҡалаһынан Өфөгә юл тотҡан минивен идара итеү һәләтен юғалтып ҡаршы яҡ һыҙаттан барыусы йөк машинаһына бәрелә. Ете кеше һәләк була. Водитель ниндәйҙер мөғжизә менән иҫән ҡала. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе йүнсел, лицензияһыҙ кеше йөрөтөү менән шөғөлләнгән. Ошо осраҡтан һуң республикала йәмәғәт таранспорттарына талаптар артты, был өлкә ҡаты контролгә алынды. Саралар үҙ һөҙөмтәһен бирҙе, әлбиттә. Әммә лицензияны тәжрибәһе булмаған водителдәрҙә бер ҡыйынлыҡһыҙ ала ала. Ләкин был  хәлдең үҙгәреүе лә ихтимал.  Рәсәй транспорт министрлығы водителдәрҙе һәүәҫкәр һәм профессионал категорияларға бүлеү тәҡдиме менән сыҡты.
Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда күпселек юл транспорт ваҡиғалары тап тәжрибәһе булмаған водителдәр арҡаһында теркәлә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында Транспорт министрлығының башланғысы юлдарҙағы бәхетһеҙ осраҡтарҙы кәметәсәк тигән фекерҙәләр.
Динар Ғилметдинов, ЮХХДИ идаралығы етәксеһе: «Бер йыл эсендә генә республика юлдарында тәжрибәһеҙ водителдәр ҡатнашлығында 230 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 22 кеше һәләк булған, тиҫтәләгәне йәрәхәттәр алған. Ошо статистиканы иҫәпкә алғанда ла Транспорт министрлығының тәҡдиме урынлы. Йәмәғәт һәм йөк транспорты водителдәреюғары әҙерлекле булырға тейеш, тип уйлайым».
Үҙгәртеп ҡороу меңәрләгән автомәктәп һәм такси хеҙмәте эшмәкәрлегендә сағылыш табасаҡ.  Шәхси автомәктәптәр һәм такси водителдәре әленән үк ризаһыҙлығын белдерә. Сөнки таксила эшләүселәрҙең күпселеге өҫтәмә табыш өсөн генә йөрөй. Ҡағиҙә үҙ көсөнә инә ҡалһа элекке танытма менән такси хеҙмәтендә эшләп булмаясаҡ.
Хәйер, элекке программа менән ҡулланыусы ойошмалар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән Өфө автотранспорт колледжы. Уҡыу йортонда В кеатегорияһына ла профессиональ кимәлдә   ярты йыл уҡыталар.  Шуға күрә, үҙгәрештәр беҙҙең эшмәкәрлектә әллә ни йоғонто яһамаясаҡ, ти колледж вәкилдәре.
Водителдәрҙе әҙерлек категорияларына бүлеү Европа илдәрендә күптән уңышлы эшләй.  Беҙҙә лә бит Советтар союзы ваҡытында профессиональ һәм һәүәҫкәр водителдәр әҙерләгәндәр. Тик нишләптер беҙҙең заманда ғына был алымды кәрәк, тип тапмағандар.
Һәүәҫкәр һәм профессионал. Водителдәрҙе категорияларға бүлеү юлдарҙа тәртип урынлаштырыуға булышлыҡ итер, әлбиттә. Әммә ни өсөн сит кешеләр өсөн яуаплы булғандар ғына профессионал булырға тейеш.   Машинаһы булған һәр кем көн һайын яҡындарын  йөрөтә. Тимәк һәр беребеҙ профессионал булырға тейеш.  Ул сағында категорияларға бүлеү түгел, ә бөтәһенә лә төплө белем биреү хәйерлерәк булыр түгелме?

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку