АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Илдең финанс министрлығынан белдереүҙәренсә, оҙаҡламай бухгалтер һөнәренең юҡҡа сығыуы ихтимал

АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Илдең финанс министрлығынан белдереүҙәренсә, оҙаҡламай бухгалтер һөнәренең юҡҡа сығыуы ихтимал 02.10.2016

Быны улар документ әйләнешенең электрон форматҡа күсә барыуы менән аңлата. Министрлыҡ белгесе әйтеүенсә, финанс документтар менән эшләүсе һөнәр эйәләре дәүләт структураларында ғына 1 миллион 1 йөҙ мең. Уларҙы тотоуға йылына бер триллион һум тирәһе аҡса китә. Финансистарҙы бер миллиондан алты йөҙ меңгә ҡыҫҡартып, документтарҙы мөмкин тиклем электронлаштырыу кәрәк, ти улар. Быны иһә бухгалтер һөнәре юҡҡа сығыуының башы тип аңларға мөмкин. Ғөмүмән, 2030 йылға тиклем йәмғиәттән йөҙ һөнәр юҡҡа сығасаҡ һәм тағы ла ике йөҙ яңы һөнәр барлыҡҡа киләсәк, тиҙәр. Йәштәргә ниндәй һөнәр үҙләштерергә кәрәк һәм кемдәргә яңы эш эҙләй башларға кәңәш ителә?

Ләйлә Мөхәмәтшина күҙәнәктәрҙе өйрәнгән һирәк белгестәрҙең береһе. Ул ҡасандыр юҡҡа сыҡҡан йәки юғалыу хәүефе янаған үҫемлектәрҙе тергеҙеү мөмкинлеге биргән технологиялар өҫтөндә эшләй. Әле ләлә сәскәләрен Башҡортостан шарттарына яраҡлаштырыу менән шөғөлләнә.
Микробиологияны киләсәк һөнәре, тип атайҙар. Күҙәнәк кимәлендә эш итеү - һирәк үҫемлектәрҙе һаҡлау һәм үрсетеү менән бер рәттән, уларҙың яңы төрҙәрен сығарыу мөмкинлеген дә бирә. Был бигерәк тә ауыл хужалығы өсөн әһәмиәтле . Башҡорт дәүләт аграр университеты белгестәре, мәҫәлән, иртә өлгөрөүсе бойҙайҙың сифатын яҡшыртыуға ирешеү маҡсатын ҡуя. Ер шарында халыҡ һаны арта. Һәм һөҙөмтәлә баҙарҙа игенгә ҡытлыҡ килеп сыға. Шуға ла был һөнәрҙең дә киләсәге бар.
Гендар кимәлендәге инженерия, нанотехнологиялар кешелектең киләсәген билдәләгән йүнәлештәр, тигән һығымта яһай белгестәр. Киләһе тиҫтә йыл эсендә йөҙгә яҡын һөнәрҙең юҡҡа сығыуы ихтимал. Улар урынына яңылары килә. Әле лабораторияларҙа һынау рәүешендә башҡарылған эштәр бер нисә йылдан көндәлек тормошобоҙға нығыраҡ үтеп инеүе ихтимал.
Республика башлығы Рөстәм Хәмитов яҡынлашып килгән үҙгәрештәргә бөгөндән әҙер булыу - көн талабы, тигән фекерҙә.
Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырырға ярҙам итеү үҙәге йәш белгестәргә тормошҡа яраҡлашырға, хеҙмәт биржаһында түгел, ә эш урынында үҙҙәрен табырға булышлыҡ итә. Уның мөдире Айбулат Хөсәйенов фекеренсә, һуңғы осорҙа эш биреүселәрҙең белгестәргә ҡуйған талабы ла үҙгәрә бара. Был, тәү сиратта иҡтисадтағы хәл һәм баҙар шарттары менән бәйле.
Хеҙмәт маймылдан кеше яһаны, тигән танылған немец философы Фридрих Энгельс. Ысынлап та, беҙ башҡарған эш -  көнитмешебеҙҙе билдәләй. Яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килә, ихтыяж булмағандары юҡҡа сыға. Был - заман талабы. Әммә һөнәрле - үлмәҫ, һөнәрһеҙ - көн күрмәҫ тигән халыҡ әйтемен оноторға ярамай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку