Аҙна яңылыҡтары. Башҡортостандың йөҙ йыллығына 100 объект программаһын ғәмәлгә ашырыуға 36 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә

Аҙна яңылыҡтары. Башҡортостандың йөҙ йыллығына 100 объект программаһын ғәмәлгә ашырыуға 36 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә 04.02.2018

Әлегә был күләмдең 4 ярым миллиарды үҙләштерелгән. Объекттарҙың 21-е быйыл файҙаланыуға тапшырыла. Был турала республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов белдерҙе.

2018 йыл аҙағына тиклем әҙер буласаҡ юбилей объекттары араһында Стәрлетамаҡтағы 1 мең 225 һәм Баҡалылағы 825 уҡыусыға иҫәпләнгән белем усаҡтары - иң күләмле төҙөлөштәрҙән һанала. 100 йыллыҡ уңайынан республикала 18 балалар баҡсаһы, 17 мәктәп, шулай уҡ социаль-мәҙәни, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, мәҙәниәт йорттары, бассейн, һәм башҡалар - барлығы 106 объект төҙөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку