80 йәштән өлкәндәр капиталь ремонт өсөн түләмәйәсәк

80 йәштән өлкәндәр капиталь ремонт өсөн түләмәйәсәк 31.12.2015

Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо туралағы законды хупланы.

Указға ярашлы, капиталь ремонт өсөн түләүҙәр өсөн етмеш йәшкә еткән һәм эшләмәгән яңғыҙ граждандарға 50 процент, һикһән йәшкә етеүселәргә 100 процент күләмендә компенсация билдәләнә. Льготалар шулай уҡ өлкән йәштәгеләр, хаҡлы ялдағы эшләмәгән граждандар менән йәшәүселәргә лә тәғәйенләнә. Капиталь ремонт өсөн компенсацияға беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтары, мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр ҙә хоҡуҡлы. Республика парламентарийҙары хаҡлы ялдағыларға  коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе еңеләйтеүгә йүнәлтелгән закон проекттарын да ҡарай. Киләһе йылдан тыл эшсәндәренә түләүҙәргә 50 процентлыҡ льгота биреү ҡарала. «Һуғыш, тыл һәм Ҡораллы көстәр ветерандары» тураһындағы законға үҙгәрештәр индереү хаҡында хоҡуҡи документ  24 декабрҙә беренсе уҡыуҙы үтте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку