2000 һумлыҡ купюрала - Өфө матурлығы

2000 һумлыҡ купюрала - Өфө матурлығы 28.04.2016

Йәмәғәтселәр баш ҡаланың иҫтәлекле урындарын аҡса банкноталарында һүрәтләү үтенесе менән петицияға ҡултамғалар йыя.

Экранда сайт адресы күрһәтелгән, унда һәр кем теркәү үтеп, тауышын бирә ала. Яңы дизайн буйынса, рәсемдә Салауат Юлаев һәйкәле, Ләлә мәсете һәм «Дуҫлыҡ монументы» буласаҡ. «Өфө күптән Европа һәм Азияның сауҙа, мәҙәни һәм интернациональ бәйләнештәр үҙәгенә әйләнде, Шос һәм БРИКС саммиттары ла нәҡ Башҡортостанда үтте, баш ҡала ил иҡтисадында ла алыштырғыһыҙ роль уйнай», -тигән ҡарашта Рәсәйҙең Үҙәк банкына мөрәжәғәт итергә йыйыныусылар. Быға тиклем  банк рәйесе Эльвира Нәбиуллина 200 һәм 2000 һумлыҡ купюралар 2017 йылдан әйләнешкә сығасағын белдергәйне.Тәүге тапҡыр ил граждандарына яңы банкноталағы рәсемде үҙҙәренә һайлау хоҡуғы бирелә. Быйыл йәй үҙәк телеканалдарҙың береһендә тауыш биреү үткәрелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика