150 мең һумға хыялығыҙҙағы йылы йорт!

150 мең һумға хыялығыҙҙағы йылы йорт! 19.12.2017

Тап ошондай реклама менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан «Башарболитстрой» компанияһы клиенттарын йәлеп итә. Әммә хыялдағы йылы йорт урынына  туҡтап ҡалған төҙөлөштәр, суд юлын тапауҙар һәм нервы бөтөрөүҙәр. Арболит блоктары һатып алыусылар заказ биргән материалын  яртышар йыл көтөп ала алмай. Ойошма етәксеһе Кирилл Бельский  уларҙан алған йөҙәр мең һум аҡсаны ҡайтарырға йыйыныуын белдереп буш вәғәҙәләр бирә.

Стәрлетамаҡ  эргәһендәге Отрадова ауылында төҙөлөш башлаған Рөстәм был ваҡытҡа йорттоң ҡыйығы ябылырға тейеш ине тип иҫәпләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле өйҙөң нигеҙе генә бар. Йортто ул арболит блоктарҙан һалырға теләгән. Быйыл февралдә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы ойошманан материалға заказ биргән һәм  уны алып килеүҙәрен көткән. Әммә әлегә тиклем ни материал юҡ,  265 мең һум да елгә  осҡан.
Төҙөлөш материалы һатып алып алданыусы ул ғына түгел. Бөгөн улар һатыусының етештереү цехына килде.
Ташландыҡ бинаның  ишектәре  таҡталар менән ҡаҙаҡланған,  уның эсендә  ысынлап та,  яңыраҡ ҡына төҙөлөш материалы яһағандары күрергә була. Тик эш туҡтап ҡалған.  
Арболит блоктар ағас онтағы, цемент һәм башҡа ҡатнашманан яһала.  Блоктарҙың  ҙур, еңел һәм сағыштырмаса арзан тороуын иҫәпкә алып,  уны һатып алыусылар йорттарын сағыштырмаса тиҙ арала һалырға ниәтләгән. Алданыусылар Стәрлетамаҡ һәм эргә-тирәләге райондарҙан.  
Төҙөлөш материалы өсөн аҡса түләп тә уны көтөп ала алмаусылар предприятие директоры менән бәйләнешкә сыҡты. Ул тәғәйен ваҡытҡа килергә һүҙ бирҙе. Предприятие офисы урынлашҡан ерҙә «Арзанға ғына  хыялыңдағы йылы йортто  150 мең һумға төҙө», - матур реклама ҡаршы ала.
Тик офис урынында һатыусы менән һатып алыусы араһында  төҙөлгән килешеү ҡағыҙҙары, иҫәп-хисап ҡағыҙҙары, судҡа саҡырыу һәм башҡа документтар  туҙып ята. Алданыусылар әйтеүенсә, ойошма шулай  йыш бер-урындан икенсеһенә күсенеп йөрөй. «Баш арболит строй», «арболит строй  плюс»-  атамаһы ла ай һайын тиерлек алмашына.  Бында йыйылыусыларҙың ҡайһыһы   иҫәбенә 70- 90 мең һум күсергән, кемдер  500 мең һумға алданған.  
Директор әйткән ваҡытҡа килеп етте. Баҡһаң, ул хәҙер төҙөлөш материалы етештереүсе ойошма етәксеһе түгел икән. Эшҡыуар белдереүенсә,   бизнесын дуҫына 1 миллион ярым һумға һатҡан. Ә вәғәҙәләгән арболит блоктары ҡайҙа һуң?!
Кирилл Бельский аңлатыуынса, был өлкәлә эшҡыуарлыҡҡа ул бер йыл элек тотонған. Эш яйлы барған сағы ла булған, әммә көрсөккә килеп терәлгән. Үҙе әйтеүенсә, зыян күреүселәр менән ул иҫәпләшәсәк. Быға тиклем  егет реклама өлкәһендә эшләгән. Күрәһең, бик уңышлы. Сөнки уның клиенттары тап  шул матур рекламаға алданған. Төҙөлөш материалы өсөн 100 процент иҫәпләшкәндә уны бушлай килтереү,  блок өсөн хаҡтың түбәнерәк булыуы..Бушлай сыр ҡапҡанда ғына шул. Быны йорт һалырға йыйынып та хәҙер аҡсаһыҙ ҙа торлаҡһыҙ ҙа йөрөүселәр яҡшы аңлай.



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку