10-сы төҙөлөш идаралығынан фатир һатып алыусылар ризаһыҙлыҡ белдерә

10-сы төҙөлөш идаралығынан фатир һатып алыусылар ризаһыҙлыҡ белдерә 22.08.2016

Халыҡ бер-нисә йыл дауамында фатирҙарҙын файҙаланыуға тапшырылыуын көтә. Ҡуртымға алынған торлаҡта йәшәргә мәжбүр булыусыларҙың түҙемлеге сигенән сыҡҡан. Улар Затон биҫтәһенең Союз урамындағы төҙөлөш етәкселәренең  буш вәғәҙәләренән арып бөткән.

Әлфиә Йыһаншина яңы фатирға тип һатып алған йыһаздарын бер-нисә йыл дауамында эш урынында һаҡларға мәжбүр. Килешеү буйынса уның фатирына эске биҙәү эштәрен үткәреү ҡаралмаған. Шуға ла Әлфиә Талип ҡыҙына ҡайһы бер ҡорамалдарҙы үҙенә алырға тура килгән. Ҡатын әле ваҡытлыса кеше торлағында йәшәргә мәжбүр. Йорт хужалары эре әйберҙәрен ҡуйырға рөхсәт итмәй. Хаҡлы ялдағы ханымдың тапҡан- йыйғаны кредит ҡапларға саҡ етә.
10-сы төҙөлөш идаралығының «Союзная» кооперативынан фатир һатып алған ҡалған йөҙләп кешенең дә хәле шәптән түгел. Марат Нуретдинов  2013 йылдың мартында Союз 12/1 йортоноң унынсы ҡатынан бер бүлмәле фатир һатып ала. Торлаҡ өсөн бер миллион алты йөҙ мең һум аҡса түләй.
10-сы төҙөлөш компанияһына ҡараған йорттан бер юлы икешәр фатир өсөн түләп, әлеге көнгә тиклем үҙ фатирҙарын көтөп ала алмаусылар рәтендә Дамир Халиҡов та бар. Үҙе Затон биҫтәһендә йәшәүсе ир балаларыбыҙ  яҡын булһын тип ошо төҙөлөштө һайлаған. Әммә уның үкенесенең сиге юҡ.
«Союзная» торлаҡ төҙөлөшө кооперативы етәксеһе белдереүенсә, йыл аҙағына Cоюз урамының 13/3 һәм 12/1 йорттарынан фатир алыусылар ғына өй туйлай ала. Ә ҡалған пайсыларға йорт төҙөлөп бөтөүен билдәһеҙ ваҡытҡа тиклем көтөргә ҡала. Әммә халыҡты, һеҙҙең фатирҙарға ремонт үткәрәсәкбеҙ  тип вәғәҙәләйҙәр. Уның өсөн пайсыларға килешеү менән һатыу бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әммә бында проблемалар еңел генә хәл ителмәй. Ысынбарлыҡта был урында төҙөлөш алып барыу тыйыла.
Марат Кәримов, «Союзный» торлаҡ-төҙөлөш кооперативы рәйесе: «Төҙөлөш компанияһының был ерҙең хужалары Ҡораллы көстәр министрлығы менән бәхәс килеп сыҡты. Әммә төҙөлөштө башлағанда РОСРЕЕСТР аша теркәлгән бөтә документтар ҙа, шул иҫәптән, ерҙе арендалау хаҡында ла документтар бар ине. Шуның нигеҙендә төҙөлөш алып барыуға рөхсәт алынды».
Союзный кооперативының рәйесе белдереүенсә, ерҙең арендаһы  яңы төҙөлөштө тапшырырға бер йыл самаһы ҡалғас ғәмәлдән сыға. Иғәнәселәр ҙә  буш вәғәҙәләргә ышанмай. Һәм бындай төҙөүсе менән башҡаса бәйләнергә теләмәй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку